ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Мәңгелек хәтер

Йыл һайын 1 июлдә Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләнә.

Йыл һайын 1 июлдә Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләнә. Байрам рәсми түгел, әммә иҫтәлекле даталар араһында уның әһәмиәте бик ҙур. Бөгөнгө тыныс тормошобоҙҙа локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡандарҙың һәм һәләк булғандарҙың ролен баһалап бөткөһөҙ, сөнки тап уларҙың ҡыйыулығы, ҡаһарманлығы арҡаһында беҙҙең быуын бомба гөрһөлдәүенән, пуля һыҙғырыуынан түгел, ә ҡоштар тауышына уяна.
29 июндә баш ҡалабыҙ Өфөлә “Ҡайғырыусан әсә” мемориалынан старт алған “Сикһеҙ хәрби туғанлыҡ” автоуҙышы ошо конфликттарҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алыу маҡсатында ойошторолдо һәм Әлкә, Шишмә, Талбазы ҡасабаларын, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларын үтеп, Мәләүезгә килде.
Ветерандар йәмәғәт ойошмаһы етәкселәре, ағзалары булған экипажды Федоровка, Мәләүез райондары, Мәләүез ҡалаһы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров етәкселегендә делегация ҡаршы алды. Геройҙар бульварында Афған һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында тантаналы митинг үтте. Хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар, һәйкәлдәргә сәскә һалдылар. Йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреүҙә һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан яугирҙәргә ойошманың Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ экипаж составында булған ирекмән Диана Шәйхлисламованың “Беҙҙең хәтер - Афғанстан” китабы проекты тураһында билдәләп үтелде. Тиҙҙән донъя күрәсәк йыйынтыҡ совет ғәскәрҙәрен афған еренән сығарыуҙың 30 йыллығына арналған.
“Хәрби туғанлыҡ” ветерандар йәмәғәт ойошмаһының “Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәһе менән берлектә ойошторған сараһы йәкшәмбелә Иглин ҡасабаһында тамамланды.
Һүрәттә: хәрби хәрәкәттәр ветерандары яу ҡырынан ҡайтмағандарҙы баш кейемен сисеп иҫкә алды.
Автор фотоһы.
Читайте нас: