Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Үрләгеҙ гел тормош үренә!

Индустриаль колледждың кадет корпусы өсөн быйыл иҫтәлекле йыл - егерменсе тапҡыр уҡыусыларҙы оло тормош юлына оҙатты

Индустриаль колледждың кадет корпусы өсөн быйыл иҫтәлекле йыл - егерменсе тапҡыр уҡыусыларҙы оло тормош юлына оҙатты
Ошо дәүерҙә уны 875 ҡыҙ һәм үҫмер тамамланы. Шуның 421-е юғары уҡыу йортона уҡырға инде, шул иҫәптән 308-е көс структуралары учреждениеларында белем алды. Хеҙмәт юлын хәрби өлкәгә арнағандар ҙа байтаҡ - 244 уҡыусы Рәсәй армияһында офицер дәрәжәһендә хеҙмәт итә.
Юбилей йылында кадет корпусында 61 ҡыҙ һәм үҫмер белем алды. Уларға диплом тапшырыу тантанаһы “Мәңгелек ут” монументы янында ойошторолдо.
Йәштәрҙе тормоштарында иң әһәмиәтле көндәрҙең береһе менән ҡотлап, Мәләүез ҡалаһы, Федоровка, Мәләүез райондары хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров, район Хакимиәтенең йәштәр секторы мөдире Дмитрий Сенников, район-ҡала һуғыш ветерандары советы рәйесе Александр Кузнецов, “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илья Рыбаков сығыш яһаны.
Атай-әсәйҙәр исеменән Мәүлиха Ялмырҙина балаларға илһөйәрлек, әхлаҡи һәм физик тәрбиә, яҡшы белем биргәне өсөн Венер Сәмиғуллин етәкселегендәге кадет корпусы һәм шулай уҡ колледждың педагогия коллективына рәхмәт белдерҙе.
Сығарылыш уҡыусыларына аттестат тапшырыу байрамдың төп ваҡиғаһы булды. Иң беренсе, белем биреү учреждениеһы директоры Лилиә Садиҡова колледжды “ҡыҙыл” дипломға тамамлаған һәм уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн миҙалға лайыҡ булған уҡыусыларҙы ҡотлап, уларҙың атай-әсәйҙәренә балаларын яҡшы тәрбиәләгәне, уҡыу йорто тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ғөмүмән, тантаналы линейкала тулҡынландырғыс мәлдәр күп булды. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалыу, кадет корпусын тамамлау тураһында таныҡлыҡ алыу, баш кейемдәрен сисеп, тубыҡланып байраҡ менән хушлашыу, Ленар Рыбаков һәм Анастасия Юрченко башҡарыуында вальс, сығарылыш уҡыусыларының маҡтаулы ҡунаҡтар, атай-әсәйҙәр һәм педагогия коллективы алдынан стройҙа үтеүе - быларҙың бөтәһе лә сарала ҡатнашҡандарҙың күңелендә оҙаҡ йылдар һаҡланыр.
Эйе, өс йылда кадеттар күп нәмәгә өйрәнде. Һөнәри белемдән тыш, башланғыс хәрби, физик күнекмәләр, рухи-илһөйәрлек тәрбиәһе алды. Был тәңгәлдә педагогия коллективы һәм корпустың офицерҙар составы ҙур эш башҡарҙы. Спорттың төрлө төрҙәре буйынса республика, Рәсәй, халыҡ-ара ярыштарҙа, турнирҙарҙа еңеү яулаған элекке сығарылыш уҡыусылары Андрей Сафронов, Артем Алексеев, Руслан Сиражетдинов, Артур Тимербулатов, Евгений Фадеровтарҙан өлгө алып ҡына ҡалманылар, төрлө сараларҙа, конкурстарҙа уңыш яулап, корпустың еңеүҙәр копилкаһын тулыландырҙылар. Егерме йыл дауамында һалынған иң матур традицияларҙы дауам иттеләр. Улар артабан да һынатмаҫ, кадет исеменә тап төшөрмәҫ, Тыуған илдәренең лайыҡлы ҡыҙ һәм улдары булыр, тип ышанғы килә.
Һүрәттәрҙә: Уҡыу йорто директоры Лилиә Садиҡова һәм кадет корпусы начальнигы Венер Сәмиғуллин Ленар Рыбаковты ҡотлай.
Кадет корпусы байрағы менән хушлашыу мәле.
Автор фотолары.
Читайте нас: