ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Әйләнеп ҡайтырбыҙ әле!

Егеттәр армияға теләк менән бара. Буласаҡ һалдаттар өсөн был - иң мөһиме.

Егеттәр армияға теләк менән бара. Буласаҡ һалдаттар өсөн был - иң мөһиме.
Шишәмбелә райондан сираттағы 41 егетте хәрби хеҙмәткә оҙаттылар. Алыҫ сәфәргә юлланғанда ғәҙәти булған тулҡынланыуҙы иҫәпкә алмағанда, йәштәрҙең бөтәһенең дә кәйефе шәп. Тимәк, яҡташтарыбыҙҙың армияға барырға теләге бар. Уларҙы оҙатырға ветерандар йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Фәнис Бикташев, Андрей Уйманов, Богородица Ҡаҙан ҡорамы руханийы Владимир, психолог Игорь Руднев, буласаҡ Ватан һаҡсыларының атай-әсәйҙәре, туғандары килде.
Башҡортостан йыйылма пунктына оҙатыр алдынан Мәләүез, Федоровка райондары, Мәләүез ҡалаһы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров егеттәрҙең һәр береһенең кәйефе, һаулығы тураһында һорашты. Оҙатыу телмәрендә беҙҙең республиканан барғандар башҡа төбәктәрҙән һәр ваҡыт яҡшы хеҙмәт итеүе, Тыуған ил алдындағы бурысын лайыҡлы үтәүе менән айырылыуын билдәләне. Был абруйҙы улар маҡсатҡа ынтылышлы, түҙемле, ныҡлы рухлы, ярҙамсыл һәм йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп үтәүҙәре менән яулауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ветерандар әрме сафына алынғандарҙы ниндәй генә осраҡта ла ихтыяр көсөн юғалтмаҫҡа, район намыҫына тап төшөрмәҫкә, өйҙә уларҙы атай-әсәһе, яҡындары, һөйгән йәрҙәре көтөүен онотмаҫҡа саҡырҙы. Дин әһеле Владимир йәштәргә хәйерле юл, өлгөлө хеҙмәт һәм тыуған йорттарына, ир-егеттәр мәктәбен лайыҡлы үтеп, физик-әхлаҡи яҡтан сынығып, һау-сәләмәт ҡайтыуҙарын теләне.
Яҡташтарыбыҙ республиканың йыйылма пунктынан Рәсәйҙең төрлө хәрби частарына юлланасаҡ. Уларҙың күбеһе Екатеринбург, Силәбе, Һарытау һәм Ырымбур өлкәләренә сержанттар мәктәбендә күнекмә аласаҡ.
Һүрәттә: Альфред Кинйәбаевҡа оло юл алдынан һөйөклө әсәһе изге теләктәрен еткерә.
Автор фотоһы.
Читайте нас: