ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
3 Октябрь 2018, 19:10

Ил эшенең иртәгәһе маҡтаулы

Хәрби комиссариат бинаһында айырыуса хәүеф подразделениеһы ветерандары менән йыйылыш уҙҙы.

Хәрби комиссариат бинаһында айырыуса хәүеф подразделениеһы ветерандары менән йыйылыш уҙҙы.
Килгән ветерандарҙы хәрби комиссар подполковник Рөстәм Ҡантимеров һәр береһен исемләп барланы. Осрашыу ваҡытына уларҙың сафы һирәгәйеүен билдәләп, вафат булғандарҙы бер минут тынлыҡта иҫкә алдылар. “Күптәр айырыуса хәүеф подразделениеһы ветерандары тураһында белеп бөтмәй, улар - йәҙрә ҡоралын һынауҙа, һыу аҫты һәм һыу өҫтө хәрби караптары һәм атом объекттарындағы башҡа радиация аварияһын бөтөрөүҙә, шулай уҡ йәҙрә заряды йыйыуҙа ҡатнашҡан хәрбиҙәр, - тип аңлатты Рөстәм Ҡантимеров. Ветерандарға үҫеп килгән быуынға илһөйәрлек тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны, хәрби бурысын намыҫлы башҡарғаны өсөн Маҡтау грамоталары таратып, һүҙҙе район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычковҡа тапшырҙы. Ул үҙенең сығышында ветерандарҙың хөрмәткә лайыҡлы булыуҙарын, тыныс тормош өсөн уларға рәхмәт белдерҙе. “Рәсәй Чернобыль союзы” ойошмаһы рәйесе Петр Мурзадеров ҡотлап, үҙенең яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Һуңынан хәрби хәрәкәт ветерандары сығыштары тыңланды.Ҡала мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәр артистарының моңло ҡурай моңо, йырҙары ҡыуандырҙы. Сара аҙағында ветерандар “Дан” бульварындағы айырыуса хәүеф подразделениеһы ветерандары һәйкәленә сәскә һалырға юлланды, унда улар хәрби хеҙмәт йылдарын иҫкә алды һәм иҫтәлеккә фотоға төштө.
Автор фотоһы.
Читайте нас: