ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
25 Октябрь 2018, 16:33

Тренер иҫтәлеге мәңгеләштерелде

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә БР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, район-ҡаланың Маҡтаулы гражданы, “БАССР-ҙың иң яҡшы тренеры”, Халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендә призерҙар тәрбиәләгән тренер Бәхтийәр Әхтәмов иҫтәлегенә таҡтаташ асыу һәм еңел атлетика буйынса кросс үтте.

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә эшләгән йылдарында Бәхтиәр Әхтәмов халыҡ-ара класҡа эйә ике, 12 спорт мастеры, шулай уҡ спорт мастерлығына 64 кандидат тәрбиәләй. Бәхтийәр Әбделмән улы каникул осоронда шөғөлләнеү өсөн еңел атлетика буйынса профилле спорт лагеры булдырыуға ла күп көс һала.
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов алдынғы тренер иҫтәлегенә таҡтаташ асыу - хәтер һәм рәхмәт билдәһе икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йыйылған уҡыусыларҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырырға, спорт менән шөғөлләнергә саҡырҙы.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Сергей Макаров үҙ сығышында Бәхтийәр Әхтәмовтың балаларға йөрәген бирергә әҙер шәхес булыуын әйтеп: “Уның тураһында иҫтәлек - башлаған эшен дауам итеү”,- тине.
Бәхтийәр Әхтәмовтың тәрбиәләнеүсеһе халыҡ-ара спорт мастеры Андрей Сафронов тренеры тураһында йылы һүҙҙәр әйткәндән һуң, таҡтаташ асылды.
Сара еңел атлетика буйынса кросс менән тамамланды.
Читайте нас: