Конгэк
-5 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
30 Октябрь 2018, 13:21
Ил именлеге - ышаныслы, көслө егеттәр иңендә
1 октябрҙән ил буйынса егеттәрҙе Ҡораллы Көстәргә саҡырыу башланды. Хәрби бурыс төшөнсәһенә һәр ир-егет яуаплы ҡарарға тейеш.
Ҡала-райондан кисә 10 яҡташыбыҙ хәрби хеҙмәткә рух күтәренкелеге һәм яҡшы физик әҙерлек менән Ватан алдында хәрби бурысын үтәргә юлланды.
Егеттәр сафҡа теҙелгәс, хәрби комиссар, подполковник Рөстәм Ҡантимеров: “Был - һеҙҙең хәтерегеҙҙә ҡала торған көн. Бындай булдыҡлы егеттәр үҫтергән атай-әсәйҙәргә рәхмәт. Барығыҙҙың да иҫән-һау тыуған яҡтарығыҙға әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем”, - тине. Уларға нәсихәт әйтеп оҙатырға дин әһелдәре килгәйне, казак йәмғиәте старшинаһы Александр Шалютов егеттәргә бүләк тапшырҙы, хеҙмәттән ҡайтҡас, артабан уҡырға саҡырҙы.
Автобусҡа ултырған егеттәргә яҡындары яҡшы хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләп, изге уйҙа оҙатып ҡалдылар.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит