ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Сик буйы ныҡлы булһын

28 май илебеҙҙең сик буйы һаҡсылары көнө билдәләнә. Рәсәй һалдаты һәр саҡ биргән антына тоғро ҡалыуы, Ватанына булған сикһеҙ һөйөүе менән айырыла. Ул нисәмә быуын Тыуған ил һаҡсылары аманат итеп ҡалдырған традицияларҙы ҡәҙерләп һаҡлай, киләсәк быуынға тапшыра, үҫеп килгән быуынға өлгө булып тора.

28 май илебеҙҙең сик буйы һаҡсылары көнө билдәләнә. Рәсәй һалдаты һәр саҡ биргән антына тоғро ҡалыуы, Ватанына булған сикһеҙ һөйөүе менән айырыла. Ул нисәмә быуын Тыуған ил һаҡсылары аманат итеп ҡалдырған традицияларҙы ҡәҙерләп һаҡлай, киләсәк быуынға тапшыра,
үҫеп килгән быуынға өлгө булып тора. Илебеҙҙә сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға бер быуаттан
ашыу йыл тулды. Бөгөн байрам айҡанлы ошо ғәскәрҙә хеҙмәт иткәндәр Мәңгелек ут, сик буйы һаҡсылары иҫтәлегенә төҙөлгән һәйкәлгә, сәскә һалды. Сарала ҡатнашыусыларҙы район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров, “Граница” сик буйы һаҡсылары ижтимағи ойошмаһы етәксеһе Дятлов Владимир ҡотланы, яуаплы һәм намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, ныҡлы сәләмәтлек, яҡындарының иҫән-һау, бәхетле булыуҙарын теләне.
Әҡлимә ИМАМОВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: