ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Рәхмәт һеҙгә, ветерандар

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләнде.

Сара Афған һуғышында һәләк булған яҡташтарыбыҙ һәйкәленә сәскә һалыу, уларҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды. Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, Афғанстан ветерандары союзы рәйесе Виктор Дмитриевтың сығышында йыйылыусыларға рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Дан бульвары буйлап теҙелгән һәйкәләрҙең береһе - Төнъяҡ Кавказ бәрелешендә һәләк булғандар иҫтәлеген мәңгеләштерә. Уларҙың исемдәре яңғырағандан һуң, колонна Мәңгелек ут”монументына йүнәлде.
Бында ветерандарға “Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 30 йыл”, “Төньяҡ Кавказдағы хеҙмәт өсөн”, “Төньяҡ Кавказ хәрби хәрәкәте ҡатнашыусыһы” юбилей миҙалдары, шулай уҡ төрлө кимәлдәге Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Тантананана һуң ил тыныслығын һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән ветерандар “Мәңгелек ут” монументына сәскә һалды.
Читайте нас: