Конгэк
-5 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
5 Июль 2019, 14:00
Салауат йыйынынан һуң тыуған кисерештәр
Алда саҡрым - саҡрым алыҫ юл, Салауат йыйыны көтә. Саҡырыу алғас, алыҫ сәфәргә йыйыныр алдынан ҡасандыр уҡыған: “Бөркөт-ситлеккә һыймаҫ, башҡорт сит-ятты һөймәҫ. Бөркөткә - ҡаяларҙа үҙ ояһы, башҡортҡа - атай-олатайҙар төйәге, тауҙар - яландар иркенлеге ғәзиз” тигән һүҙҙәр күңелемдә урын алды ла, тәғәйен урынға барып еткәнсе күңелемә тынғы бирмәне. Ниндәй, һин, милли батырыбыҙ төйәге? Халыҡ азатлығы өсөн көрәшкә күтәрелгән, милләтен ҡыйырһытыуға риза булмай, ҡулына ҡорал алған батырыбыҙҙың кендек ҡаны тамған төбәк халҡы ниндәй уй-маҡсат менән йәшәй?
Быйылғы “Салауат йыйыны” фольклор байрамы милли батырыбыҙҙың 265 йыллығына бағышланды. Сара уҙасаҡ майҙанда милли кейемдәге милләттәштәр, теҙелеп киткән тирмәләр, ағас күләгәһендә ҡымыҙ бешкән, ҡорот ҡайнатҡан инәйҙәрҙе, ҡояшта янған сибәр ҡыҙҙарҙы күргәс, үҙемде, ысын мәғәнәһендә, икенсе донъяға эләккәндәй хис иттем. Ҡосаҡ етмәҫтәй ағаслыҡта сабыш көтөп, тояҡтары менән ер сапсыған дөлдөлдәр ҙә ошо картинаны тулыландырҙы.
Ниндәй матур урында йәшәгәнһең, һин, шиғри күңелле батырыбыҙ, тигән уйҙар менән аяҡ баҫтыҡ ҡунаҡсыл ергә.
(Материалдың тулы вариантын гәзиттең 54-се һанында уҡығыҙ).
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит