ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Асыу - ағыу, йотһаң - бал

Автобусҡа килешле кейенгән, матур биҙәнгән урта йәштәрҙәге бик һылыу ҡатын килеп инде. Буй-һынынан, йылмайыуынан шул тиклем гүзәллек бөркөлә. Һиҙҙермәй генә уға ҡарап, була бит шундай матурҙар, тип һоҡланып киләм. Һоҡланыусы мин генә түгел, әлбиттә.

Автобусҡа килешле кейенгән, матур биҙәнгән урта йәштәрҙәге бик һылыу ҡатын килеп инде. Буй-һынынан, йылмайыуынан шул тиклем гүзәллек бөркөлә. Һиҙҙермәй генә уға ҡарап, була бит шундай матурҙар, тип һоҡланып киләм. Һоҡланыусы мин генә түгел, әлбиттә. Салондағылар ҙа уға шунда уҡ иғтибар итте.
Шул саҡ бер үҫмер ҡыҙ яңылыш әлеге матур ханымдың аяғына баҫты. Бөтә салонға ишетелерлек итеп һүгенеп ебәргәйне, уның яңы ғына бөтәһенең күҙен ҡыуандырған гүзәллеге юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Наушник кейеп, музыка тыңлап килгән йәш ҡыҙ кеше аяғына баҫҡанын аңламаны ла шикелле. Үҙенә төбәлгән асыулы йөҙҙө күргәс кенә, эштең нимәлә икәнлеген төшөнгәс, уңайһыҙланып, уның кисереүен һораны. Зәһәрлегенә сәсәгән ҡатын уны ишетмәне лә. Хатта терһәге менән уҡыусы баланы этергә лә тартынманы. "Ғәфү үтенә лә белмәй! Килә телефонына тексәйеп!.." - тип ҡатын, ҡыҙыҡай туҡталышта төшөп ҡалһа ла, тыныслана алманы. Бүрәнә һымаҡ йөрөтә тип, водителгә лә өлөш сығарҙы, юл буйынса етәкселәргә лә һүҙ тейҙерҙе.
Был ваҡытта бер нисә минут элек кенә шундай һылыу булып күренгән ҡатындың күркәмлеге ҡалмағайны инде. Уға ҡарап, күптәр асыу һәм нәфрәт матурлыҡты юҡҡа сығарған төп тойғолар булыуына тағы бер тапҡыр инанды.
Салондағыларҙың береһе лә ҡатынды тыйып та, яҡлап та маташманы. Шулай ҙа был ваҡиға яңы эш көнө башланып торған иртәнге мәлдә һәр кемдең күңелендә эҙ ҡалдырҙы. Иң беренсе, һис шикһеҙ, ярһыуын йүгәнләй алмаған ҡатын үҙе ҙур психологик зыян күргәндер, сөнки асыу - емергес көскә эйә бик хәүефле тойғо. Төрлө тикшеренеүҙәрҙән шул билдәле: асыуланған ваҡытта кеше организмына кире йоғонто яһаған химик реакция барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә был төрлө ауырыуға дусар итә. Заманса фекер йөрөткән ҡайһы бер психологтар эске көсөргәнеште, стресты, ярһыуҙы үҙеңдә ҡалдырмаҫҡа, уны нисек булһа ла тышҡа сығарырға кәңәш итә. Әммә боронғо аҡыл эйәләре, киреһенсә, был кире тойғоно күрһәтмәҫкә кәрәклеген әйтеп ҡалдырған, сөнки асыу менән әйтелгән һүҙ, ҡылынған эш һуңынан барыбер үкенеүгә килтерә. Был фекер беҙҙең күп кенә мәҡәл-әйтемдәребеҙҙә лә урын алған. Мәҫәлән, “Асыу башы - йүләрлек, арты - үкенеп үлерлек” йәки “Асыу - алдан, аҡыл арттан йөрөй”. “Көслө көслө түгел, ә асыуын еңгән көслө”.
Матурлыҡ йөҙ һылыулығы ғына түгел шул. Кешенең уйы ла, һөйләгән һүҙе лә, ҡылығы ла матур булырға тейеш. Шуларға өҫтәп йәнә ярата белеүе биҙәй тип әйтер инем, сөнки тормошто, кешеләрҙе һөйгәндәр, ихтирам иткәндәр генә эргә-тирәһендә һәр ваҡыт гүзәллек, күркәмлек тыуҙырыуға ынтыла.
Читайте нас: