ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
12 Сентябрь 2019, 16:49

Ҡаһарманлыҡ онотолмай

Танкистар көнө - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бронетанк һәм механизациялау ғәскәрҙәренең ҡаҙаныштарын билдәләү маҡсатында 1946 йылда булдырыла. Илдә Рәсәй танк ғәскәрҙәре тарихы совет осорондағы тормошҡа бәйле.

Танкистар көнө - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бронетанк һәм механизациялау ғәскәрҙәренең ҡаҙаныштарын билдәләү маҡсатында 1946 йылда булдырыла. Илдә Рәсәй танк ғәскәрҙәре тарихы совет осорондағы тормошҡа бәйле. Тап шул ваҡытта беренсе генә түгел, ә айырым һәм тулы ҡеүәтле танк ғәскәрҙәре булдырылыуға нигеҙ һалына. Бөгөн дә уларҙың мөһимлеге бәхәсһеҙ, ә унда хеҙмәт итеү - һалдаттар өсөн етди һынау, шул уҡ ваҡытта ғорурлыҡ та.
Шуға ла улар үҙҙәренең байрамын лайыҡлы үткәрергә тырыша. Уҙған аҙнала танк ғәскәрҙәре ветерандары, шулай уҡ башҡа ветерандар ойошмалары активистары митингыға йыйылды.
Ҡотлау һүҙҙәре менән район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, район һәм ҡала ветерандары советы рәйесе Александр Кузнецов, Мәләүез һәм Федоровка райондары, Мәләүез ҡалаһы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров, беренсел төньяҡ танк ғәскәрҙәре төркөмө ойошмаһы рәйесе Фәнис Бикташев һәм башҡа ветеран ойошмалары етәкселәре йыйылыусылар алдында сығыш яһаны.
Ошо уңайҙан ветерандарға миҙал, бүләктәр тапшырылды. Уларға ҡала мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәрҙәре сағыу йырҙарын арнаны. Тантана танкистарҙың һәйкәленә сәскә һалыу менән тамамланды.
“Беҙҙең ғорурланырлыҡ кешеләребеҙ әле лә бар. Мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр, ғалимдар, спортсылар, хәрбиҙәр - беҙ улар менән ғорурланабыҙ”.
БР Башлығы Радий Хәбиров.
Артур Кәлимғолов фотоһы.
Читайте нас: