ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
9 Октябрь 2019, 17:28

Тыуған илеңде һаҡларға әҙерһеңме?

1 октябрҙән Рәсәйҙә көҙгө хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы башланды.

1 октябрҙән Рәсәйҙә көҙгө хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы башланды. Хәрби хеҙмәткә яҡынса 132 мең егетте ебәрәсәктәр. Көҙгө призыв 31 декабргә хәтлем дауам итәсәк. Ул илдең 85 төбәгендә лә үтә. Педагогия хеҙмәткәрҙәрен традицион рәүештә көҙөн саҡырмаясаҡтар, сөнки уларҙы йылына бер тапҡыр ғына – 1 майҙан алып 15 июлгә ҡәҙәр саҡыралар. Ауыл ерендә йәшәүселәрҙе һәм урып йыйыу эштәрендә мәшғүл булғандар 15 октябрҙән алып йыл аҙағына тиклем саҡырыла. Быйыл хәрби иҫәптә торған һәм хәрби комиссариат алдында бурысын үтәмәгән граждандар өсөн штраф күләме күпкә артасаҡ. Мәҫәлән, йәшәү урынын алыштырыу тураһында ваҡытында хәбәр итмәгән өсөн.
Мәләүез ҡалаһында хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы сиктәрендә Призывниктар көнө үтте. Район-ҡала мәктәптәренең өлкән класс уҡыусыларын район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов сәләмләне. Киләсәктә Ватан алдындағы мөҡәддәс бурысты намыҫ менән үтәүҙәрен, тыуған төйәктең мәртәбәһен арттырыуҙарын, атай-олатайҙарҙың данлы үткәнен дауам итеүҙәрен теләне.
Шулай уҡ был сарала Мәләүез ҡалаһы, Федоровка һәм Мәләүез райондары хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров, район-ҡала ветерандар советы рәйесе Александр Кузнецов, Афғанстан ветерандары советы рәйесе Виктор Дмитриев, “Батальон” хәрби хәрәкәт ветерандары ойошмаһы рәйесе Йәмил Әлмөхәмәтов сығыш яһаны. Буласаҡ һалдаттар Тыуған илебеҙҙең тарихын үҙенең илһөйәрлеге, ҡаһарманлығы һәм Ватанға тоғролоғо менән арттырырға тейешлеген билдәләнеләр.
Армия хеҙмәте егеттәрҙән физик әҙерлек, рухи ныҡлыҡ, ихтыяр көсө, түҙемлек талап итә. Шуға ла уҡыу үҙәгендә буласаҡ һалдаттар спорттың дүрт төрө буйынса норматив тапшырҙы. Йөҙ метрға йүгереүҙә, автоматты һүтеп йыйыуҙа, турникта күтәрелеүҙә һәм мәргәнлектә ярыштылар. Һәр номинацияла еңеүселәр билдәләнде. Ғөмүмән, буласаҡ һалдаттарҙың барыһы ла Ватанды һаҡларға һәләтлеген күрһәтте.
- Мин яйлап ҡына армия хеҙмәтенә әҙерләнәм. Унын менән яҡындан танышыу өсөн ошондай сараларға йөрөйөм. Был миңә бик ныҡ оҡшай, шуға армияға хеҙмәт итергә барырмын, тип уйлайым. Минеңсә, унда беҙҙе ҡатмарлы нормативтар һәм дисциплинаға өйрәтеү күнекмәләре генә түгел, ә тормошҡа өйрәнеүҙен физик һәм әхлаҡи яҡтан сынығыуҙың бөтә һынауҙары көтә. Һәр егет армия хеҙмәтен үтергә тейеш. Хәҙер бит хәрби билетһыҙ эшкә лә алмайҙар, - ти Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы 11-се класс уҡыусыһы Рәлиф Үмәрғәлин.
Сөмбөл ДАУЫТОВА.
Читайте нас: