ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
7 Ноябрь 2019, 11:30

Хәрби разведчиктар көнө билдәләнде

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Хәрби разведчиктар көнө билдәләнде. Был дата Рәсәй Оборона министрлығы бойороғо менән 2000 йылда ғәмәлгә инә.

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Хәрби разведчиктар көнө билдәләнде. Был дата Рәсәй Оборона министрлығы бойороғо менән 2000 йылда ғәмәлгә инә. Илдә тәүге разведка органы 19 быуат башында булдырыла, ул хәрби министрлыҡ ҡарамағындағы йәшерен эштәр экспедицияһы тигән исем ала. Әлеге ваҡытта хәрби разведка Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабы структураһына инә.
Иҫтәлекле дата айҡанлы район һәм ҡаланың элиталы ғәскәр вәкилдәре тантаналы сараға йыйылды. Ватан алдындағы бурыстарын лайыҡлы үтәгән мәләүездәрҙе район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ринат Ғибәҙуллин, Мәләүез ҡалаһы, Федоровка, Мәләүез райондары хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров, афған һуғышы ветерандары берләшмәһе рәйесе Виктор Дмитриев, чечен һуғышы ветерандары ойошмаһы рәйесе Йәмил Әлмөхәмәтов, ветерандар советы рәйесе Александр Кузнецов һәм башҡалар ҡотланы.
Киләсәк быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреүгә өлөш индергәндәргә һәм төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт һүҙҙәре әйтелде, Маҡтау грамоталары тапшырылды.
Сарала ҡатнашыусылар төрлө хәрби бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң, һәйкәлдәргә сәскәләр һалды.
Читайте нас: