ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
8 Ноябрь 2019, 13:06

"ЕҢЕҮ" РЕСПУБЛИКА МАРАФОНЫ СТАРТ АЛДЫ

Бөйөк Ватан һуғышының 75 йыллығы айҡанлы Өфө ҡалаһында «Еңеү» марафоны старт алды.

Бөйөк Ватан һуғышының 75 йыллығы айҡанлы Өфө ҡалаһында "Еңеү" республика марафоны старт алды.
Республика марафоны 2019 йылдың ноябренән 2020 йылдың майына тиклем «Еңеү салюты» Республика халыҡ ижады фестивале сиктәрендә үткәрелә һәм Башҡортостан Республикаһы муниципаль район һәм ҡалаларында уҙасаҡ . Республика марафоны символикаһы: «Еңеү» штандарты һәм «Мәңгелек ут» капсулаһы.
Марафон 7 ноябрҙә 12.00 сәғәттә Өфө ҡалаһының Еңеү паркында Рәсәйҙә Хәрби дан көнөндә старт алды. 1941 йылдың тап ошо көнөндә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда тантаналы парад була, ул бөтә донъяға Мәскәүҙең фашистарға бирешмәйәсәген күрһәтеү маҡсатында үткәрелә.
«Еңеү» республика марафонының төп бурысы – йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү, уларҙы өлкән быуын тәжрибәһенә ылыҡтырыу, Ватан һаҡсылары иҫтәлеген мәңгеләштереү.
Марафон программаһына ярашлы тантаналы митинг, «Еңеү» штандартын Борай районына тапшырыу, Башҡортостан Республикаһының муниципаль ойошмаларына тапшырыу өсөн «Мәңгелек ут» капсулаһын 1941-1945 йылдарҙағы РККА атлы төркөмөнә тапшырыу, Советтар Союзы Геройы Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу ҡаралған.
Марафонды ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Республика Хәрби Дан музейы.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: