ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Ноябрь 2019, 18:08

Оло йөрәкле кеше ине

Ине...Ҡыҫҡа, әммә йән әрнеткес ошо һүҙҙе әйтә алмай торған саҡтар була. Бигерәк тә ул һинең тормошоңа, яҡын кешеңә һәм уның менән бәйле яҡты хәтирәләреңә ҡағылһа. Юғалтыу менән бер ҡасан да еңел генә килешеп булмай шул. Әлфирә Әбделғәни ҡыҙы менән дә хәҙерге заманда һөйләп ултырған ерҙән, яңылышыуыбыҙҙы аңлап, үткән заманға күсәбеҙ: «Ул намыҫлы кеше ине... Кешелекле, кеселекле ине...».

Ине...Ҡыҫҡа, әммә йән әрнеткес ошо һүҙҙе әйтә алмай торған саҡтар була. Бигерәк тә ул һинең тормошоңа, яҡын кешеңә һәм уның менән бәйле яҡты хәтирәләреңә ҡағылһа. Юғалтыу менән бер ҡасан да еңел генә килешеп булмай шул.
Әлфирә Әбделғәни ҡыҙы менән дә хәҙерге заманда һөйләп ултырған ерҙән, яңылышыуыбыҙҙы аңлап, үткән заманға күсәбеҙ: «Ул намыҫлы кеше ине... Кешелекле, кеселекле ине...».
Беҙ Шәриф Әхмәтшәриф улына бәйле хәтирәләрҙе барлайбыҙ. Арабыҙҙан китеүенә инде байтаҡ йылдар уҙһа ла, өйҙәрендә бөтә нәмә уны хәтерләтә. Һаҡ ҡына шкафта торған фоторәсемдәргә, китаптарға ҡағылып үтәм. Улар ҙа хужаның йылыһын, уның ихласлығын һаҡлай кеүек.
Бар ғүмерен мәғарифҡа, киләсәк быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған, уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы, булдыҡлы етәксе Шәриф Әбйәлилов күркәм сифаттарға эйә кеше булып күңелдәрҙә һаҡлана. Уҡытыусы булараҡ төплө белемле, етәксе булараҡ кешелекле, кеселекле, кеше булараҡ ихлас, ярҙамсыл ине ул. Шәриф Әхмәтшәриф улы ипле, тотанаҡлы, әҙәпле булды. Һис ҡасан түбәнселеккә төшмәй, үҙ абруйын ғына түгел, башҡаларҙыҡын да һаҡлап йәшәне.
Райондың комсомол комитеты секретары булып эшләгән йылдарында кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә, киләсәк быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә ул. Тап шул йылдарҙа комсомол мәктәбен үткән кешеләр илебеҙҙең төрлө тармағында эшләй, ҙур коллективтар менән етәкселек итә, йәмәғәт эштәрен алып бара.
Ҡаланың 39-сы һөнәрселек училищеһында, һуңынан техникумда эшләгән йылдарында уҡыу йорттарының матди-техник базаһын нығытыу менән бер рәттән уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн уңайлы шарттар булдырыуға өлгәшә. Ул йылдарҙа техникум төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, лайыҡлы урындар яулай, Рәсәйҙең урта һөнәри белем биреүсе уҡыу йорттары араһында алдынғылыҡты яулай.
«БР халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре», «Урта һөнәри белем биреү системаһының маҡтаулы хеҙмәткәре», намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн лайыҡ булған бихисап Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары - былар барыһы ла тынғыһыҙ һәм тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе.
Етәксе булараҡ иңендә мөһим эштәр һәм ҙур яуаплылыҡ ятһа ла, хеҙмәттәштәренә, үҙе уҡытҡан һәр студентына иғтибарлы булды ул, уларҙың эшенән, уҡыуынан тыш ғаилә хәле, йәшәү шарттары, борсоған мәсьәләләр хаҡында ла уртаға һалып һөйләшергә, ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡты.
Шәриф Әхмәтшәриф улы һәр кемдең күңеленә юл тапҡан, тормош тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашҡан, үҙенә мохтаждарҙан кәңәшен, йылы һүҙен йәлләмәгән оло йөрәкле кеше булараҡ хәтерҙә һаҡлана.
...Кеше бер генә тапҡыр йәшәй. Уның ғүмерен үҫтергән балалары, изге эше, үҙе ҡалдырған яҡты иҫтәлектәре дауам итә.
Әбйәлиловтар йәшлек таңында биргән вәғәҙәләренә тоғро ҡалып, ярты быуатҡа яҡын ғүмерҙе бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәй, ике улға матур тәрбиә, юғары белем бирә, ейәндәр ҡыуанысын кисерә.
Донъя көтөү диңгеҙ кисеү түгел. Ир менән ҡатын араһы ныҡ булһын, балалар күркәм ғаиләлә үҫһен, уларға үрнәк күрһәтәйем тиһәң, һиҙгерлек, зирәклек һәм тәрән аҡыл талап ителә. Ғүмер ахырынаса йылы хистәрҙе һаҡлап ҡала алыуҙың оло бәхет, яҙмыш бүләге икәнен аңлап йәшәгән Әбйәлиловтарҙың парлы тормошо күптәр өсөн һоҡланғыс була.
- Яҡшы кеше менән ғүмер кисерҙем. Намыҫлы, ғәҙел кеше менән. Бәхетле тормошом өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен үҙенә, - ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлаған һайын, әңгәмәсемдең булмышы балҡып, нурланып китеүен тоям.
Үҙе лә ҡояш кеүек йылы, нурлы ине бит Шәриф Әхмәтшәриф улы, әйтерһең дә, ул ҡалдырған сатҡы яҡындарына күскән дә әлегәсә уларҙың тормоштарын йәмләп, булмыштарын балҡытып тора.
Читайте нас: