ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
6 Декабрь 2019, 12:46

Йөрәк ярабыҙ һин, Чернобыль...

1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электр станцияһында көслө шартлау була. Һауаға һигеҙ тонна радиоактив яғыулыҡ фонтаны атыла. Ғүмерҙәрен аямай, янғынды һүндереүҙә ҡатнашҡандарға көндө төнгә ялғап эшләргә тура килә.

1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электр станцияһында көслө шартлау була. Һауаға һигеҙ тонна радиоактив яғыулыҡ фонтаны атыла. Ғүмерҙәрен аямай, янғынды һүндереүҙә ҡатнашҡандарға көндө төнгә ялғап эшләргә тура килә.
30 ноябрь атом станцияһын зарарһыҙландырыу тамамлана. Был ҡот осҡос һәләкәткә 33 йыл ғүмер үткән. Кешелек тарихындағы был глобаль фажиғә ҡаза ғына килтереп ҡалманы, күпме кешене радиацияға дусар итте. Нурланыу бер кемде лә аяманы, уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең күбеһе йәшләй генә мәрхүм булды.
Башҡортостандан станцияны зарарһыҙландырыуға ун меңдән ашыу кеше йәлеп ителә. Әлеге ваҡытта уларҙың ике меңгә яҡыны иҫән.
Ошо көндәрҙә ҡурҡыныс һәләкәтте бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар һәйкәле янында тантаналы митинг ойошторолдо. Сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Ғайсин, Айнур хәҙрәт Рафиҡов, райондың «Чернобыль» ойошмаһы рәйесе Петр Мурзадеров, ветерандар советы рәйесе Александр Кузнецов, фажиғә эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарҙың тол ҡатындары, яҡындары һәм башҡалар ҡатнашты.
Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан яҡташтарға Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Һәләк булғандар бер минут тынлыҡта иҫкә алынды.
Читайте нас: