Конгэк
+14 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Внимание всем! В Башкортостане завоют сирены
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
18 Декабрь 2019, 16:36
Романдың төп геройы - Башҡортостан Республикаһының тәүге президенты Мортаза Рәхимов
Билдәле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим Хисамов «Мортаза Рәхимов» тигән яңы документаль роман яҙған...
Билдәле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим Хисамов «Мортаза Рәхимов» тигән яңы документаль роман яҙған. Китаптың төп геройы — Башҡортостан Республикаһының тәүге президенты Мортаза Рәхимов.
Әҫәрҙең авторы үҙе лә 1990 һәм 2000 йылдарҙағы төп ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан, 1994-1998 йылдарҙа матбуғат министры вазифаһында эшләгән.
Роман 2020 йылдың икенсе кварталында «Ағиҙел» журналында донъя күрергә тейеш.
«Мортаза Рәхимов» романының авторы тарихҡа ингән ваҡиғаларҙы ғәҙел һәм дөрөҫ итеп һүрәтләй. Башҡорт телендәге төп әҙәби журнал редакцияһы авторҙың 400-гә яҡын биттән торған романын асыуҙы тап «Ағиҙел» журналы уҡыусыларына ышанып тапшырғаны өсөн ҡыуанысын йәшермәй», — ти журналдың баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев.
Баш мөхәррир һүҙҙәренсә, «Мортаза Рәхимов» романы – ҙур әҙәби проекттың башы ғына. Яңыраҡ булған тарихыбыҙҙың ваҡиғалары һәм төп геройҙары тураһында әҫәрҙәр серияһын әҙерләү күҙаллана.
БАШИНФОРМ.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Ололарға бер йылы һүҙ етә
Ысын дуҫтар ғына... ҙур көскә эйә
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ