ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
18 Февраль 2020, 19:40

Тыуған илгә һөйөү бала саҡта һалына

Динис Бүләков исемендәге Смаҡ урта мәктәбе йыл һайын хәрби-илһөйәрлек айлығына ентекле әҙерләнә. Унда батырлыҡ дәрестәре, тематик кластан тыш саралар, патриотик йыр менән сафтан үтеү смотры ойошторола. Шулар араһында бына өсөнсө йыл рәттән уҙғарылған хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыу айырым урын алып тора.

Динис Бүләков исемендәге Смаҡ урта мәктәбе йыл һайын хәрби-илһөйәрлек айлығына ентекле әҙерләнә. Унда батырлыҡ дәрестәре, тематик кластан тыш саралар, патриотик йыр менән сафтан үтеү смотры ойошторола. Шулар араһында бына өсөнсө йыл рәттән уҙғарылған хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыу айырым урын алып тора. Быйыл уның “Атайҙар конференцияһы” сиктәрендә үтеүе айырыуса отошло булды. Мәртәбәле сара Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды һәм республикала Башҡорт теле йылы уңайынан саф башҡортса уҙҙы.
Мәктәп директоры Мораҙым Шаһманов конференцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, кеше тормошонда илһөйәрлек хисе ҙур урын алып тороуын билдәләне. Рәфис хәҙрәт Сафин Тыуған ил азатлығы өсөн башын яуҙа һалған яугирҙәр рухына аят уҡыны. Белем биреү учреждениеһында ғүмер буйы хәрби етәксе дилбегәһен тартҡан Сынтимер Байгилдиндың, шулай уҡ район-ҡаланың танкистар ойошмаһы етәксеһе, Мәләүез башҡорттары ҡоролтайының “Ир-егеттәр ҡоро” рәйесе Фәнис Бикташевтың, “Батальон” хәрби хәрәкәт ветерандары ойошмаһы етәксеһе Йәмил Әлмөхәмәтовтың сығышы фәһемле булды. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Муса Смаҡов яңы йырын башҡарҙы.
6-сы класс уҡыусыһы Кристина Спивакова (етәксеһе Зәлиә Йәнбирҙина) Афған һуғышы тураһында тикшеренеү эше менән таныштырҙы. Хәрби бәрелештә ҡатнашҡан яугирҙәр менән былтырғы осрашыуҙан һуң ошо темаға яҙмаһы Стәрлетамаҡта үткән фәнни-ғәмәли конференцияла беренсе урын яулаған.
Уҡытыусы Гөлдәр Дауытова етәкселегендә башланғыс класс уҡыусылары “Аулаҡ өй” йолаһын күрһәтте. Ғөмүмән, сарала яңғыраған һәр сығыш илһөйәрлек рухы менән һуғарылғайны.
Конференциянан һуң йыр һәм сафта йөрөү смотры үтте. Бөтә кластар ҙа уға етди әҙерләнгәйне. Һәр команда хәрби кейем һайлаған. Улар араһында йәш һалдаттарҙы ла, хәрби-диңгеҙ, һауа флоты вәкилдәрен дә күрергә мөмкин ине. Конкурс башланғыс класс уҡыусылары сығышынан башланды. Командаларҙың барыһы ла этаптарҙы уңышлы үтте. Һөҙөмтәләр буйынса судьялар беренсе урынды 1-се һәм 6-сы класҡа, икенсе урынды Яңауыл уҡыусылырына, 4-се һәм 9-сы класҡа, өсөнсө урынды 2-се, 5-се һәм 7-8-се кластарға бирҙе. Ҡатнашҡан бөтә командалар ҙа Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Читайте нас: