ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
21 Февраль 2020, 13:15

Бәләкәй рыцарҙар турниры

Һеҙ бәләкәй рыцарҙар турнирында булғанығыҙ бармы?

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн “Бәләкәй рыцарҙар турниры” тип аталған хәйриә сараһы үтте. Унда шулай уҡ опекалағы балалар һәм социаль приютта тәрбиәләнгән үҫмерҙәр ҙә ҡатнашты.
Турнирҙы асыу тантанаһы сәхнәләштерелгән тамаша менән башланды. Кескәйҙәрҙең иң яратҡан әкиәт геройы Феяны көслө алҡыштар менән ҡаршы алдылар. Ҡотлау һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов сығыш яһаны. Бәләкәй рыцарҙарға уңыш теләп, уларҙың атай-әсәйҙәренә, тәрбиәселәргә йәш быуынға илһөйәрлек тойғоһо уятҡаны, маҡсатҡа ынтылырға ярҙам иткәне, күңелдәренә изгелек, мәрхәмәтлек орлоғо һалғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
Балалар өсөн төрлө уйындар ойошторолдо. Ситтә ҡалған бер бала ла ҡалмағаны, бөтәһе лә әүҙем ҡатнашты. Түңәрәккә тороп бейенеләр ҙә, отҡорлоҡҡа, зирәклеккә, тиҙлеккә лә ярыштылар. Конкурс программалары тамамланғас, ҡаланың өҫтәмә белем биреү учреждениелары, “Ғаилә” үҙәге белгестәре ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Кескәйҙәр ҡағыҙҙан төрлө фигура эшләп, һыуҙа һүрәт төшөрөп, ағасты һырлап, биҙәп ҡараны. Шулай уҡ “Үҫеш нөктәһе” мәғариф үҙәктәре эшмәкәрлеге ҡыҙыҡһыныу уятты.
Балаларҙың бөтә майҙансыҡҡа өлгөрөргә тырышыуынан, оҫталыҡ дәрестәрендә әүҙемлектәренән, йөҙҙәрендәге шат йылмайыуҙан байрам уларға оҡшауын күрһәтә ине. Кескәйҙәрҙе ҡыуандырыу, уларҙың үҙҙәренең көсөнә, һәләтенә ышаныс тойғоһо уятыу – сараның төп маҡсаттарының береһе ине.
Читайте нас: