ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
21 Февраль 2020, 19:20

Хәрби антҡа тоғролар байрамы

Ватанды һаҡлаусылар көнө «Дан» монументына сәскә һалыуҙан башланып, ҡаланың мәҙәниәт һарайында дауам итте.

Ватанды һаҡлаусылар көнө «Дан» монументына сәскә һалыуҙан башланып, ҡаланың мәҙәниәт һарайында дауам итте.
Тантанаға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, илде һаҡлау бурысын үтәгән ир-егеттәр, Хәрби көстәр структураһы хеҙмәткәрҙәре, кадет корпусы уҡыусылары һәм әрме хеҙмәтенә әҙерләнгән үҫмерҙәр саҡырылғайны.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов сығышын ҡотлау һүҙҙәренән башланы. «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, илебеҙ тарихындағы ҡаты бәрелештәр осоронда ил һағына баҫҡан ҡаһарман яҡташтарыбыҙ батырлығы бер ҡасан да онотолмаясаҡ», - тине Рөстәм Наил улы. Бөгөн дә ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәребеҙҙең ил алдындағы изге бурысын лайыҡлы һәм намыҫ менән үтәүен билдәләне. Оло хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ ветерандарға, тыл хеҙмәткәрҙәренә һәм барлыҡ хәрби көстәр структураһында хеҙмәт иткән көслө заттарға, киләсәктә әрме хеҙмәтенә саҡырыласаҡ йәштәргә һаулыҡ, именлек, бәхет теләне.
Район етәксеһе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы миҙалдар, бер төркөм ил һаҡсыларына Маҡтау грамоталары, төрлө наградалар тапшырҙы.
Байрам сараһына йыйылыусыларҙы Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров, ветерандар советы рәйесе Александр Кузнецов ҡотлап, изге теләктәрен юлланы.
Тантанаға төрлө йылдарҙағы хәрби бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙың ата-әсәләре, яҡындары ла саҡырылғайны. Уларҙы бер минут тынлыҡта иҫкә алдылар.
Тантана ҡала мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәр артистары әҙерләгән концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Сәхнәнән илебеҙ тарихының аяуһыҙ йылдары тураһында видеояҙмалар күрһәтелде.
Донъяның әле бер, әле икенсе мөйөшөндә төрлө хәрби бәрелештәр барғанын беләбеҙ. Ҡан ҡойош, күҙ йәштәре, иҫәпһеҙ-һанһыҙ өҙөлгән ғүмерҙәр һәм селпәрәмә килгән яҙмыштарҙы үҙ эсенә алған һуғышты күрергә яҙмаһын беҙгә. Илебеҙ имен, күгебеҙ һәр саҡ аяҙ һәм тыныс булһын.
Читайте нас: