Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
26 Февраль 2020, 14:30

Изге төшөнсәләргә һөйөү бала саҡтан тәрбиәләнә

Һәр халыҡтың үҙ тарихы, ғөрөф-ғәҙәте һәм теле бар. Бик ҡәҙерле, бик ғәзиз, әсәй кеүек яҡын булғанға уны беҙҙең халыҡ әсә теле, туған тел тип исем ҡушҡан. Әсәй һәм туған тел - мәңге айырылғыһыҙ, изге төшөнсәләр.

Күптән түгел ҡалабыҙҙың 3-сө “Хыял” балалар баҡсаһында Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған һәм республикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылы сиктәрендә шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Уға кескәйҙәр һәм тәрбиәселәр алдан әҙерләнде. Сарала 5-тән 7 йәшкә тиклем 15 бала ҡатнашты. Шиғырҙар башҡорт һәм урыҫ телдәрендә яңғыраны. Камилла Йәрмөхәмәтова Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбаеваның “Бурыс” шиғыры менән бар тамашасыны әсир итте. Шулай уҡ Әминә Закирова, Гөлзада Зәйнәғәбдинова, Лиза Пашуткина, Әмин Хужәхмәтов, Изабелла Вәлиуллина, Алина Мостафина ятлаған әҫәрҙәр юғары баһаланды. Мәктәпкә әҙерлек төркөмө ҡыҙҙары башҡарған “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры ла барыһына хуш килде.
Гөлсиә ЙӘНБИРҘИНА,
башҡорт телен уҡытыу буйынса тәрбиәсе.
Читайте нас: