ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Хоҙай уны еңеүсе итеп яралтҡан

“Хыяллана белеү - ҙур ҡаҙаныш”, - тип иҫәпләй аҡһаҡал.

1940 йылдың 1 мартында Күгәрсен районы Ялсы ауылында тыуған Риф Сафин ҡатмарлы йылдарҙа буй еткерә. Яңғыҙ ҡалған әсәһенә терәк-таяныс булып, үҙаллылыҡҡа, етди ҡарарҙар ҡабул итергә иртә өйрәнә һәм, һәр ваҡыт ауырлыҡтарҙы еңеп, тик алға бара ул.
Комбайнсылар династияһын дауам итеп, ир уҙаманы комбайнда уңыш йыйыуҙа бер ваҡытта ла ал бирмәй. 1992 йылда ғинуарҙа ямғыр яуып, ужым баҫыуҙарын тотош боҙ ҡаплай. Риф Муллағәли улы ҡулсалы тырма менән сәсеүлектәрҙе тулыһынса боҙҙан таҙарттыра. Башҡалар игенһеҙ ҡалғанда Бельский бүлексәһе мул уңыш алып ҡыуана.
Ҡыйыу ҡарашлы, һәр нәмәгә үҙ фекере, тормошҡа үҙ баһаһы булған, ғәҙелһеҙлекте ҡабул итә алмаған Риф ағайҙың йәштән төрлө һәләте асылһа ла, спортты һайлауы ла осраҡлы түгелдер. Унда, ҡаршы яҡ менән, күҙгә-күҙ ҡарашып, асыҡ көрәш майҙанына сығаһың. Риф ағай Донъя чемпионатында ҡатнашыу хыялын 59 йәшендә тормошҡа ашыра. 65 йәшендә Волгоградта Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ була. Уның ҡаҙаныштары тураһында алтын, көмөш, бронза миҙалдары һәм башҡа наградалары һөйләй.
Спортта ғына түгел, тормошта ла еңеүсе ул Риф ағай. Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлап ҡайтҡан йәш уҡытыусы уҡыусыһына ғашиҡ була. 1969 йылда йәштәр ғаилә усағын ҡабыҙа. Бөгөн 50 йыл тормоштоң бар һынауҙарын лайыҡлы үткән бәхетле парҙы улы Рәфис, ҡыҙы Илмира, ейән-ейәнсәрҙәренең, юғары маҡсат ҡуйып, һәр ваҡыт алға ынтылып йәшәүҙәре ҡыуандыра.
Читайте нас: