ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Тәүге космонавт бөгөн тыуған

Беҙ үҫкәндә космонавт булырға хыялланмаған бер малай ҙа булмағандыр. Ә бөгөн Юрий Гагаринды беләләрме балалар - кескәйҙәрҙән һорап ҡарағыҙ әле...Фото интернеттан.

Юрий Гагаринға бөгөн 86 йәш булыр ине.
 Юрий Алексеевич - 1961 йылдың 12 апрелендә донъяла беренсе булып йыһан киңлегенә осҡан кеше. Ул 1934 йылдың 9 мартында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған: атаһы — балта оҫтаһы, әсәһе — һөтсөлөк фермаһында эшләгән. Баскетбол уйнарға яратҡан. Юрий Алексеевич 1951 йылдың авгусында Һарытау индустриаль техникумына уҡырға инә һәм 1954 йылдың 25 октябренән Һарытау аэроклубында шөғөлләнә башлай.
1955 йылдың 27 октябрендә армияға саҡырыла һәм Ырымбур ҡалаһына К. Е. Ворошилов исемендәге 1-се осоусылар хәрби-авиация училищеһына ебәрелә.
1957 йылда Валентина Ивановна Горячева менән ғаилә ҡоралар.
1959 йылдың 9 декабрендә космонавтарға кандидаттар исемлегенә индереүҙе һорап, ғариза яҙа. 1960 йылдың 3 мартында Хәрби-һауа көстәре баш командующийы бойороғо менән кандидаттар төркөмөнә ҡабул ителә. 1961 йылдың 12 апрелендә Байконур космодромынан осоусы-космонавт Юрий Гагарин «Восток» космик карабы бортында донъяла беренсе булып йыһанға старт ала. Уға Советтар Союзы Геройы исеме һәм ваҡытынан алда майор дәрәжәһе бирелә.
1961 йылдың 1 сентябрендә Юрий Гагарин Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһына уҡырға инә. 1968 йылда уға «осоусы-инженер-космонавт» квалификацияһы бирелә.
1968 йылдың 27 мартында Юрий Гагарин Владимир өлкәһе Киржач районы Новоселовка ауылы эргәһендә самолетта күнекмәләр эшләү ваҡытында хәрби осоусы В. С. Серегин менән һәләк була. Ҡыҙыл майҙанда Кремль диуары янында ерләнә.
Фото интернеттан.
Читайте нас: