ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Урал батыр байрамы

Нөгөш ауыл биләмәһендә ҙур байрам үтте. Ауыл клубына халыҡ күпләп йыйылды. Бында Урал батыр байрамы ойошторолдо.

Ҡунаҡтарҙы һәм тамашасыларҙы шағирә, Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Мәләүез таңдары» әҙәби ойошмаһы рәйесе Мәрйәм Күсмәева, Нөгөш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы С. Ғимранов, Нөгөш мәктәбе директоры Г. Ғәббәсова, Урал батыр проектының авторы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе урынбаҫары, филология фәндәре докторы, күренекле ғалимә Розалия Солтангәрәевалар сәләмләне. Был сарала төрлө йолалар күрһәтелде, шулай уҡ тамашасыларға Урал батырға бағышлап уҙғарылған йәш батырҙарҙың ҡарҙа сығыш яһауы оҡшаны. Р. Әбсәләмов уҡтан атырға өйрәтте, теләгән кеше арҡан, таяҡ тартыуҙа, көршәк ватыуҙа әүҙем ҡатнашты. Яңғыраған ҡурай моңдары күңелдәргә дәрт өҫтәне.
Һуңынан сара акттар залында дауам итте. Бында Урал батыр эпосы уҡылды. Клубтың фойеһында З. Зайцеваның «Тәбиғәт эҙҙәре буйлап» тип аталған күргәҙмәһе урын алғайны.
Ғалимә Розалия Солтангәрәева эпостың тарихын һәм уның башҡорт халҡының тормошондағы әһәмиәтен һөйләне. Ҡарты ла, йәше лә Урал батыр эпосының өҙөгөн яттан һөйләне һәм иҫтәлеккә ҡулъяулыҡ, бүләктәр алды.
Был сара яҡын-тирәләге ауыл халҡын, уҡыусыларҙы, етәкселәрҙе берләштерҙе. Сәхнәлә Һыртлан ауылынан «Аҡйондоҙ», Аптраҡтан - «Аҫылташ», Мәләүездән - Ф. Яманаев, З. Шеровалар сығыш яһаны.
Читайте нас: