ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Хәтирәләр онотолмай

Һуғыш ҡағылмаған ғаилә һирәктер. Беҙҙең Мәғизовтарҙы ғына алайыҡ. Ата-бабаларыбыҙ Башҡортостанға 19 быуаттың 80-се йылдарында Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙенән ғаиләһе менән күсә. Ағалы-энеле Шәйхислам менән Мөьмин, уларҙың һылыуҙары Тажелниса Иштуған, Һыртлан, Түбәнге Биҡҡужа, Аҡбута, Ибрай ауылдарында төпләнгән.

Олатайыбыҙ Мөьминдең өс балаһы: ҡыҙы Хәтимәнең улдары Исламетдин, Хисаметдин, Әхмәтша - барыһы ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Хәтифтең дә ике улы фронтҡа киткән: беҙҙең атайыбыҙ Мөхәмәтша һәм Сөләймән, ә ҡыҙы хеҙмәт армияһына саҡырыла. Мөьминдең өсөнсө улы Моратхужа граждандар һуғышында булып ҡайта, илебеҙҙе немец илбаҫарҙарынан һаҡларға улдары Хәким һәм Рафиҡ менән китә. Моратхужа үҙе Ленинград фронтында һәләк була, Хәким Берлинға тиклем етә, Рафиҡ һуғышта алған яраларынан 19 йәшендә генә инвалид ҡала.
Шәйхисламдың улдары Ғәйнислам, Мөтиғулла, Сөнәғәтулла һәм Хөснулла һуғышта ҡатнаша. Ғәйнисламдың Динисламы менән Нурисламы ла яу яланына оҙатыла. Үкенескә ҡаршы, Мөтиғулла бабайыбыҙ тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмай.
Атайыбыҙҙың һылыуҙарының ирҙәре Хәйбулла Динеев менән Хөрмәт Хисаметдинов һуғыштан яраланып ҡайта. Ғөмүмән, яугирҙәрҙең барыһы ла, ауырыуҙарына, һыҙланыуҙарына ҡарамаҫтан, эшкә дәррәү тотона.
Атайым Мөхәмәтша Хәтиф улы Мәғизов пенсияға документтар юллағанда, район хәрби комиссариаттан 9 йылдан артыҡ хәрби хеҙмәт иткән тип бирелгән белешмәһенә ышанмайҙар, шылтыратып һорайҙар. Ысынлап та, атайым өс йыл (1936-1939) әрмелә була, һуңынан фин һуғышына (1940) мобилизациялана, Бөйөк Ватан һуғышында (1941-1945) ҡатнаша һәм 1947 йылда ғына демобилизацияланып өйөнә ҡайта.
Донъяға беҙ ауаз һалғанбыҙ: Фәниә, Сания ҡыҙҙары һәм мин, Илдус. Ә өлкән ағайыбыҙ Мөхәмәтшәриф (1936 йылғы), апаһы Мәмдүҙә - беҙҙең әсәйебеҙ менән һуғыш һәм унан һуңғы ваҡыттарҙың бар ауырлыҡтарҙы үҙ елкәләрендә татый.
Әсәйебеҙ үҙенең ата-әсәһе менән Аҡбутала йәшәгән. Унда улар 1921 йылда Татарстандан күсеп килә. Олатайым балта оҫтаһы булған, ауылдарҙа, шулай уҡ Мораҡта өйҙәр төҙөгән. Ауылдағы йорттары иң ҙуры булғас, уның яртыһын колхоз етәкселеге өсөн ҡулланылған.
Атайыбыҙ ошо конторала Йомағужа ауылын төҙөү өсөн урман әҙерләү буйынса мастер булып эшләгән осорҙа 15 йәшлек әсәйебеҙҙе осрата, 16-һы тулыу менән, 1935 йылда өйләнешәләр. Әрме хеҙмәте, Бөрйән районында эшләү, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу - быларҙың барыһына ла әсәйебеҙ түҙә, һөйгәнен көтә.
Дауамын гәзиттең киләһе һандарында уҡығыҙ.
Читайте нас: