ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Мираҫ булһын селтәрҙәр

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҡашмау-селтәрҙәре борон ҙур ҡиммәткә эйә булыуы билдәле. "Мәләүез таңдары" әҙәби берекмәһе етәксеһе Мәрйәм Күсмәеваның яңы шиғыры шул хаҡта.

Ҡайҙа икән башҡорт һылыуының
Күкрәгендә сыңлар селтәрҙәр?
Ҡашмауҙары күҙҙе ҡамаштырған,
Быуаттарҙан килгән бетеүҙәр?
Сылтыр-сылтыр килгән тәңкәләре
Ҡайҙа ғына ҡалды юғалып?
Элек быуындарҙан-быуындарға
Тапшырыла килгән монаят.
Һылыуҙарҙың көмөш тәңкәләре
Аслыҡ йылдарында ҡотҡарған.
Ватан һаҡлар өсөн күтәрелгән,
Танк булып, яуға ташланған.
Самолеттан бомба булып яуған,
Рейхстагты алған 45-тә.
Илгә дошман ябырылған саҡта,
Табынырһыңмы алтын-көмөшкә?!
Йәлләмәйсә изге ҡомартҡыны,
Өләсәйҙәр биргән ҡаҙнаға.
Өлөшө бар Еңеү байрағында,
Ҡалдырманы илде ҡазаға.
Бөгөн ейәнсәрҙәр көнгә сыға,
Сыңғырлатып көмөш тәңкәләр.
Күҙҙең яуын алған селтәрҙәрен
Мираҫ итеп бирһен әсәләр.
Мәрйәм КҮСМӘЕВА.
Читайте нас: