Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт теле - ғаилә теле

Башҡорт теле йылының өсөнсө айы, йәғни март Ғаилә теле исеме менән үтә. Был осорҙа республикала ысын телһөйәрҙәр, тимәк, илһөйәрҙәр тәрбиәләгән ғаиләләр араһында конкурстар, осрашыуҙар, әңгәмәләр, атай-әсәйҙәр ҡатнашлығында төрлө саралар уҙғарыла. Мәғлүм булыуынса, район-ҡалала был йүнәлештә эш ниндәйҙер кимәлдә күптән алып барыла. Һәр мәктәптә тиерлек башҡорт телен өйрәнгән балаларҙың атай-әсәйҙәре ҡатнашлығында конференциялар, йыйылыштар үткәрелә.

Башҡорт теле йылының өсөнсө айы, йәғни март Ғаилә теле исеме менән үтә. Был осорҙа республикала ысын телһөйәрҙәр, тимәк, илһөйәрҙәр тәрбиәләгән ғаиләләр араһында конкурстар, осрашыуҙар, әңгәмәләр, атай-әсәйҙәр ҡатнашлығында төрлө саралар уҙғарыла. Мәғлүм булыуынса, район-ҡалала был йүнәлештә эш ниндәйҙер кимәлдә күптән алып барыла. Һәр мәктәптә тиерлек башҡорт телен өйрәнгән балаларҙың атай-әсәйҙәре ҡатнашлығында конференциялар, йыйылыштар үткәрелә.
Әйтергә кәрәк, бөгөн туған телде өйрәнеү өсөн бөтә шарттар бар. Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәтеү, уҡытыу өсөн дәрестәр булдырыла. Туған телебеҙҙә гәзит-журналдар сыға, тапшырыуҙар етерлек. Әммә ғаиләлә туған телдә һөйләшеүсе, ҡыҙыҡһыныу уятыусы, дәртләндереүсе булмаһа, белем биреү учреждениеһының, педагогтарҙың ғына роле бында бик аҙ.
Үткән уҡыу йылында район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы, атай-әсәйҙәр комитеты, мәғариф бүлеге тарафынан ойошторолған бер нисә ата-әсәләр йыйылышында ҡатнашырға тура килде. Һәр белем биреү учреждениеһы уға ентекле әҙерләнгәйне. Балаларының һәләтен, башҡорт телендә йыр башҡарыуын, шиғыр һөйләүен күрһәтеү маҡсатында концерт ҡуйҙылар. Туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә намыҫлы ҡараған ғаиләләргә Рәхмәт хаттары тапшырылды. 4-се мәктәптә уҙған ошондай сарала бүләкләнгән бер әсәй менән һөйләшергә насип булды. Исем-шәрифе онотолған инде. Ә уның һүҙҙәре күңелемә ныҡлы уйылып ҡалған.
Йәшлегебеҙ менәнме, тәжрибәһеҙлектәнме беренсе балабыҙ менән тик урыҫса һөйләштек. Уҡыуы еңел булһын тип, туған телде өйрәнеүҙән дә баш тарттыҡ. Икенсеһе иһә үҙе башҡорт теле менән бәләкәйҙән ҡыҙыҡһынды. Берәй һүҙҙе әйтә лә уның башҡортса тәржемәһен һорай торғайны. Үҫә төшкәс, тотош һөйләмде тәржемәләүҙе үтенде. Хәрефтәрҙең яҙылышын, өндәрҙең әйтелешен үҙ аллы өйрәнде. Мәктәпкә барғанда туған телдә уҡырға теләүен әйтте. Шулай итеп, беҙгә, үҙебеҙгә ҡыҙыбыҙ менән бергә телде өйрәнергә насип булды. Әллә күпме шиғырҙар, хикәйәләр уҡыныҡ. Һөҙөмтәлә бәләкәсе бөтә фәндәрҙән дә тик “бишле”гә өлгәшә. Тәртип яғынан да айырылып тора, - тине ул.
Был әсәнең һүҙҙәренә билдәле публицист Симон Львович Соловейчиктың, бала әхлаҡи тәрбиәне, йәғни нимә яҡшы, нимә насар, тигән төшөнсәне әсә һөтө менән түгел, ә туған телен үҙләштереү процесында ала, тип әйтеүе туранан-тура ауаздаш.
Туған телдең әһәмиәтен аңлаған һәр атай-әсәй үҙ балаһын бишектән өйрәтә, йәғни әкиәт һөйләй, тел, тарих, мәҙәниәт менән таныштыра. Ә бала, бер аҙ үҫә төшкәс, милли асылын үҙе өйрәнә, ҡыҙыҡһына башлаясаҡ. Әсә телен өйрәнеү аша кеше үҙ тамырҙары менән танышып ҡына ҡалмай. Иң мөһиме - башҡа милләттең теленә, мәҙәниәтенә хөрмәт менән ҡарарға өйрәнә. Был - халыҡтар араһында татыулыҡты, милләт-ара дуҫлыҡты һаҡлап ҡалыуҙың мөһим шарты.
Эйе, балала туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле баһалап бөткөһөҙ. Баланың үҙ телендә һөйләшеүе, уны яратыуы ата-әсәһе, яҡындары ниндәй өлгө күрһәтеүенә, атап әйткәндә, уларҙың башҡортса һөйләшеүҙәренә, концерт-спектаклдәргә, театрға йөрөүҙәренә туранан-тура бәйле.
Читайте нас: