ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Үткәндәрҙә ҡалһын һуғыш

Һуғыш... Ул уңалмаҫ күңел яраһы, ҡыйралған яҙмыштар, өҙөлгән ғүмерҙәр, етемлек әсеһе булып беҙҙең йөрәктәрҙә һаман йәшәй. Шул ҡот осҡос афәт арҡаһында күпме әсә - улһыҙ, сабыйҙар атайһыҙ, ҡыҙҙар һөйгән йәрһеҙ, ҡатындар ирһеҙ тороп ҡалған. Бер генә ғаиләне лә урап үтмәгән ил өҫтөнә килгән был ҡайғы.

Һуғыш... Ул уңалмаҫ күңел яраһы, ҡыйралған яҙмыштар, өҙөлгән ғүмерҙәр, етемлек әсеһе булып беҙҙең йөрәктәрҙә һаман йәшәй. Шул ҡот осҡос афәт арҡаһында күпме әсә - улһыҙ, сабыйҙар атайһыҙ, ҡыҙҙар һөйгән йәрһеҙ, ҡатындар ирһеҙ тороп ҡалған. Бер генә ғаиләне лә урап үтмәгән ил өҫтөнә килгән был ҡайғы.
«1941 йылдың июнь айында ямғырҙар яуҙы, баҫыуҙарҙа иген шаулап үҫте. Халыҡ көҙөн мул уңыш көттө. Һуғыш башланған көндә Ергәндең барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙары, бала-сағаһы баҫыуҙа утау эшендә, ә ирҙәр Аллағыуат - Ергән юлын төҙөүҙә ине. Көтмәгәндә килеп төшкән район етәкселеген кешеләр аптырап та, бер аҙ һағайып та ҡаршы алды. Улар еткергән ҡот осҡос хәбәрҙән ҡатын-ҡыҙ, бала-саға иларға кереште. Хәрби комиссар, 1901 йылдан 1921 йылға тиклем тыуған ир-егеттәргә әҙерләнеп, иртән комиссариатҡа килергә, ә ҡалғандарға юлды 1 авгусҡа тапшырырға бойорҙо. Көн һайын Ергән ауылы аша һуғышҡа юлланған машиналар үтеп кенә торҙо. Шулай уҡ тракторҙар, машиналар, аттар оҙатылды. Колхоз эше тотошлай ауылда ҡалған ҡатын-ҡыҙ, оло йәштәгеләр һәм үҫмерҙәр иңенә төштө. Халыҡ бар көсөн фронтҡа ярҙам итеүгә йүнәлтте. Ойоҡбаш, бейәләйҙәр бәйләне, төрлө өҫ кейемдәре текте.Танкылар һәм самолеттар төҙөү өсөн аҡса йыйҙы. Ирҙәр эшен ҡатын-ҡыҙ үҙ өҫтөнә алды. Улар трактор, комбайн, машина йөрөтөргә өйрәнде.Ул йылдарҙа тракторсылар бригадаһын Анна Воронкова етәкләне, колхоз рәйесе булып Мария Барыева эшләне. Дүрт йыл барған һуғыш халыҡҡа бик күп юғалтыуҙар килтерҙе. Кешеләр һәр көн тиерлек һәләк булғандар хаҡында хәбәр алды”, - тип яҙа кешеләр ул көн хаҡында үҙ иҫтәлектәрендә.
Ергән ауылы биләмәһенән яу ҡырынан әйләнеп ҡайтмаған яҡташтар һаны байтаҡ. Яҡындарын юғалтмаған бер генә ғаилә лә ҡалмай ул йылдарҙа. Бер ғаиләнән 2-3 һалдат һуғыш яланында ятып ҡала. Ил өсөн барған аяуһыҙ көрәштә ауыл советы рәйесе Семен Овчаренко, колхоз етәксеһе Иван Павлов, алдынғы комбайнсылар Хәйрулла Ибраһимов, Нуретдин Фәхретдинов, Митрофан Захаров, Терентий Васильев һәм башҡалар ҡаһармандарса һәләк була.
Яраланып, ғәрипләнеп ҡайтыусылар ҙа күп була яугирҙәр араһында. Улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡ йәшәмәй, донъя ҡуя. Улар араһында III-сө дәрәжә Дан ордены кавалеры Василий Банников та була.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һәм тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтҡандар араһында Иван Нарбеков, Хәмит Солтанов бар. Тыл хеҙмәтсәндәре Рәмзиә Тарханова, Михаил Теплых, Зәйтүнә Мәжитова, Наталья Чурова, һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары Рәйсә Әхтәмова, Наталья Чурова, Мәфтуха Шәрипова, Раиса Яковлева, Римма Шокурова, Миңһылыу Шәмсетдинова - еңеүгә үҙ өлөшөн индергән кешеләр.
Ергәндән 2000-дән ашыу кеше һуғышҡа алына, уларҙың 800-гә яҡыны әйләнеп ҡайтмай. Ауыл халҡы һуғышта үҙен аямай, дошман менән алышҡан батыр яҡташтарын онотмай.
Читайте нас: