Конгэк
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Уңалһа ла иҫке яралар...

Александровка һәм Хлебодаровка ауылдары матур урында урынлашҡан. Өс утарҙан бөгөнгө көндә икәүһе бар. Урман тиһәң урманы, йәмле яландарына һоҡланырлыҡ, ә Нөгөш йылғаһы үҙе ни тора?! Халыҡ та күп йәшәй бында, уларҙың күбеһе сиркәүгә йөрөй. Ике колхоз - Куйбышев һәм Чапаев исемендәге - алдынғылар рәтендә була.

Һуғыш булмаһа бөгөн ауылдар нисегерәк булыр ине икән? Күпме кеше хәбәрһеҙ юғалды, һәләк булды, ғаиләләр юҡҡа сыҡты? Ҡайһы ҡатындар ирҙәрен, улдарын, ҡыҙҙар һөйгәндәрен өмөттәрен өҙмәй көттө. Нисә сабый тыумай ҡалды? Бына һуғыш нишләтә, ниндәй афәткә килтерә.
Немец илбаҫарҙарының беҙҙең ергә ябырылыуы менән, тиҙ арала йәштәре еткән, хеҙмәткә яраҡлы ир-егеттәр йыйып алына. Яу еле Александровка, Хлебодаровка ауылдарына, утарҙарға ла ҡағылмай ҡалманы. Тәүге көндә үк улар Воскресенский ауылында урынлашҡан хәрби комиссариатҡа, һуңынан Алкиноға оҙатылған.
Һуғыш тураһында хәбәр ишетелеп-ишетелеп ҡалһа ла һәр кем уның буш булыуына ышанғыһы килде. Кемдең атаһының, ағаһының, улының һөйгәненең үлем яланына ебәргеһе килһен? Ир-аттың да ҡорал тотҡоһо килгән тейһегеҙме? Әммә...Ике ауылда фронтҡа 600 кеше оҙатыла, шуларҙың 108-нә генә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип була. Ҡалған 503 яугирҙың ғүмерҙәре өҙөлә, йә хәбәрһеҙ юғала.
Яралар уңалһа ла, һуғыш онотолмай: Александровка, Хлебодаровкала батырҙар хөрмәтенә һәйкәл, обелиск бар. Бынан 25 йыл элек, Еңеү көнөндә Александровка ауылында уны асыу тантанаһында Ульяна Щербакова сығыш яһай. Уның һәр һүҙе йөрәктәргә үтеп инә, тетрәндерә, сөнки фронттан әсәнең өс улы ла ҡайта алмай. Был ауылдан һуғышҡа 320 кеше китә, 297 - һе һәләк була. Тимәк, ҡайғы һәр өйгә ишек ҡаға, «ҡара ҡағыҙ» килә.
Бөгөн Хлебодаровка ауылында өс ветеран йәшәй: Александр Коннов, Василий Зверев, Петр Елистратов. Үкенескә ҡаршы, Александровкала яугирҙар ҡалмаған, һуңғыһы Михаил Липунов декабрь аҙағында донъя ҡуя.
Тағы ла ергә яҙ килде. Илдәге бөгөнгө хәлде лә һуғышҡа тиңләргә булалыр, әммә берләшһәк беҙ уныһынан да юҡҡа сығарырбыҙ һәм 9 Майҙа Еңеү байрамын да ҡаршыларбыҙ.