ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
3 Апрель 2020, 16:00

Һалдат булыу - ҙур ғорурлыҡ

Июль урталарына тиклем республикабыҙҙан хәрби хеҙмәткә биш меңгә яҡын егет алынасаҡ. Быйылғы яҙғы саҡырылыш үткән йылдағыларҙан айырыла һәм ул, әлбиттә, коронавирусҡа бәйле.

Июль урталарына тиклем республикабыҙҙан хәрби хеҙмәткә биш меңгә яҡын егет алынасаҡ. Быйылғы яҙғы саҡырылыш үткән йылдағыларҙан айырыла һәм ул, әлбиттә, коронавирусҡа бәйле.
Башҡортостан хәрби комиссары Игорь Харченко билдәләүенсә, республиканың хәрби комиссариатында, йыйылыу пункттарында, хеҙмәт итеү урындарына юлланғанда, шулай уҡ хәрби частарҙа вирусты булдырмау контролдә тотоласаҡ. Пункттарға килеүселәрҙең барыһының да тән температураһы үлсәнәсәк. Бынан тыш, биналар дезинфекцияланасаҡ, йәш һалдаттарға шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары һалынған контейнер, битлектәр таратыласаҡ. Хәрби часҡа килгән егеттәргә карантин саралары ҡаралған. Уларҙың хәле даими күҙәтеү аҫтында буласаҡ. Беренсе хәрби хеҙмәткә оҙатыу яҡынса 20 майға билдәләнгән.
Читайте нас: