ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
3 Апрель 2020, 14:30

Бөйөк Еңеүҙә Башҡортостандың роле

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы район-ҡала мәктәптәрендә төрлө саралар ойошторола. Карантин режимы индерелгәнсе 6-сы лицейҙа “Башҡортостандың 1941-1945 йылдарҙа фашизмды еңеүгә индергән өлөшөнә яңы ҡараш” темаһына фәнни-ғәмәли конференция үтте.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы район-ҡала мәктәптәрендә төрлө саралар ойошторола. Карантин режимы индерелгәнсе 6-сы лицейҙа “Башҡортостандың 1941-1945 йылдарҙа фашизмды еңеүгә индергән өлөшөнә яңы ҡараш” темаһына фәнни-ғәмәли конференция үтте.
Сараның пленар өлөшөндә сығыш яһаған мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, лицей директоры Алексей Колпаков, район-ҡала һуғыш ветерандары рәйесе Александр Кузнецов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙә республиканың, шул иҫәптән Мәләүез районының өлөшө ҙур булыуын билдәләп үтте. Мәғлүм булыуынса, дәһшәтле йылдарҙа республикаға төрлө төбәктәрҙән 170-тән ашыу предприятие, цех, машина-трактор станциялары, оҫтаханалар эвакуациялана. Башҡортостан халҡы иҡтисадтың төрлө өлкәһендә фиҙакәрлек күрһәтә. Дәүләткә 160 миллион бот иген, 980 мең центнер ит тапшыра. Нефть сәнәғәте лә һынатмай – 8 миллион 400 мең тонна нефть, Өфө мотор төҙөлөшө заводы 97 мең авиация моторы етештерә.
Шуны ла билдәләп үтеү мөһим: һуғыш осоронда республика хәрби кадрҙар үҙәгенә әйләнә. Унда ике хәрби академия, һигеҙ хәрби училище, күп һанлы курстар, уҡыу берләшмәләре урынлаша. Башҡортостандар үҙ иҫәбенә 10 дивизия, 2 бригада, 10 айырым артиллерия полкы һәм 4 бронепоезд комплектләүгә булышлыҡ итә. Республика халҡы тулыһынса дәүләт сәйәсәтен яҡлай. Шуға күрә лә үҙ ирке менән яуға барырға теләүселәр күп була.
Осоавиахим (оборона, авиация, химия төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү йәмғиәте) фронт өсөн 30 һөнәр буйынса 196397 белгес әҙерләне. Халыҡ фронт өсөн йылы кейемдәр, бүләк, китап, музыкаль инструменттар һәм башҡа әйберҙәр ебәрә. Ижади коллективтар фронтовиктар өсөн концерттар, байрамдар ойоштора.
Лицей уҡыусылары совет халҡының ҡаһарманлығына арналған әҙәби-музыкаль композиция әҙерләгәйне. Артабан конференцияла ҡатнашыусы уҡыусылар дүрт секцияла сығыш яһаны. Тарих уҡытыусылары эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Мәғариф идаралығы методисы Сажиҙә Шәмсетдинова сараның юғары әҙерлек һәм ойошҡанлыҡ менән үтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Лицейҙың Эльвира Мотаһарова етәкселегендәге тарих уҡытыусылары методик берекмәһенә рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас: