ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
9 Апрель 2020, 17:35

Ҡаһарманлыҡ йәдкәре

Ил тарихына ҡанлы хәрефтәр менән яҙылған 1941 йылдың 22 июнен беҙ өлкән быуын кешеләренән ишетеп йә китаптарҙан уҡып ҡына беләбеҙ. Ә бит ул халыҡ болондарҙа бесән сапҡан, көндәлек мәшәҡәттәр башҡарған ғәҙәти көн булған. Салт аяҙ күк йөҙө, үҙенең тәбиғи биҙәктәре, ҡайнап торған тормошо һәм ил өҫтөнә ҡот осҡос ауыр ҡайғы килтергән көн булып күптәрҙең хәтеренә һеңеп ҡала ул.

Ил тарихына ҡанлы хәрефтәр менән яҙылған 1941 йылдың 22 июнен беҙ өлкән быуын кешеләренән ишетеп йә китаптарҙан уҡып ҡына беләбеҙ. Ә бит ул халыҡ болондарҙа бесән сапҡан, көндәлек мәшәҡәттәр башҡарған ғәҙәти көн булған. Салт аяҙ күк йөҙө, үҙенең тәбиғи биҙәктәре, ҡайнап торған тормошо һәм ил өҫтөнә ҡот осҡос ауыр ҡайғы килтергән көн булып күптәрҙең хәтеренә һеңеп ҡала ул.
Германия фашистары беҙҙең күркәм тормошто, Совет илен юҡ итергә һәм уның халҡын ҡоллоҡҡа төшөрөргә теләп, һуғыш башлай. Яуыз маҡсатын өс-дүрт аҙна эсендә тормошҡа ашырмаҡ булып, Гитлер СССР-ҙың көнбайыш сиктәрендә биш миллион биш йөҙ мең һалдат һәм офицерҙан торған 190 дивизия, 5 мең самолет, 4300 танк, 47200 пушка һәм пулемет туплай. Совет илен шундай ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә еңеү уйы буш хыял ғына булып ҡала, сөнки берҙәм ил халҡы, ҡорос ҡалҡан булып, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы баҫа.
«Миңә ул ваҡытта 16 йәш ине. Уҡыуҙар тамамланып, алда көткән оҙайлы каникулға ҡыуанып йөрөгән саҡ. Ололарға бесән эшләүҙә ярҙамлаша инек. 22 июнь. Төш ваҡыты. Яланға колхоз кәнсәһендә эшләгән ике кеше килеп, һуғыш башланыуы хаҡында ҡурҡыныс хәбәрҙе еткерҙе. Бригадир барыбыҙҙы ла ҡайтарып ебәрҙе. Ауыл өҫтөндә илашҡан тауыштар, көтөлмәгән ҡайғынан шаңғып ҡалған кешеләрҙең аһ-зары яңғырап торҙо.
Шул көндә райондан етәксе килеп, халыҡты клуб янына йыйҙы. Ул алда көткән ҡәһәрле көндәр, фронт тураһында һөйләне. «Беҙ дошманды еңәсәкбеҙ!». Уның ошо һүҙҙәре иҫтә тороп ҡалды...»
«Атайым эштән ҡайтып, беҙгә ҡот осҡос хәбәр еткерҙе. Уның йөҙөн һағыш, хәсрәт һәм ғаиләһе өсөн тәрән борсолоу баҫҡайны. Ололарҙың үҙ-ара һөйләшеүен тыңлап торҙом. «Оҙаҡҡа ғына һуҙылмаһа ярар ине был һуғыш. Кем белә, бәлки, беҙҙең яҡтарға килеп тә етмәҫ... »
Атай фронтҡа китеү менән беҙҙең һыйырҙы тартып алдылар һәм ғаиләбеҙ өсөн бик ауыр көндәр башланды. Йөрәктәргә уңалмаҫ яра һалған иң ҙур ҡайғы булып ҡара ҡағыҙ килеп төштө. Ғәзиз кешебеҙ мәңгелеккә яу яланында ятып ҡалды...»
Гүзәл йәшлек йылдарына ҡара һөрөм булып ятҡан, ил өҫтөнә килгән афәттең бар ауырлығын үҙ иңдәрендә күтәргән оло быуын кешеләренең хәтирәләренең бер өлөшө генә былар.
Бөйөк Ватан һуғышына райондың Иштуған, Һыртлан ауылдарынан, Һирәт, Аҡбута утарҙарынан бөтәһе 203 кеше алына, шуларҙың 140-ы яу яланынан әйләнеп ҡайтмай. Улар араһында хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа була. Илгә иҫән-һау ҡайтҡандары араһында күрһәткән батырлыҡтары өсөн төрлө наградаларға лайыҡтар ҙа бихисап.
Шуларҙың береһе - яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Садиҡ Сайранов. Ул 1917 йылда Һыртлан ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Өс кенә йәшендә етем ҡалған малайҙы атаһының бер туған ҡустылары Мәхиән, Ғаффан, Ғәзизйән Сайрановтар ҡарап үҫтерә. Йәштән үк үҙ аллы була Садиҡ Уйылдан улы. Һыртлан мәктәбен тамамлағас, Хоҙайбирҙе ауылында тракторсылар курсында уҡып сыға һәм «Урал» колхозында хеҙмәт юлын башлай.
1938-1940 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1941 йылда Мәләүез хәрби комиссариатынан Бөйөк Ватан һуғышына алына. Гвардия лейтенанты Садиҡ Сайранов Үҙәк, III Белоруссия фронтында, Мәскәү, Курск дуғаһы өсөн барған ҡаты алыштарҙа, Орша һәм Витебск ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Неман йылғаһы янында барған дошман яуында яҡташыбыҙ 35 немец һалдатын юҡҡа сығарыуға өлгәшә.
Ил алдындағы батырлыҡтары өсөн СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән 1945 йылдың 24 мартында гвардия лейтенанты Садиҡ Сайрановҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены, Алтын Йондоҙ миҙалы тапшырыла.
Һуғыштан һуң ул Ишембай ҡалаһында төпләнә. Тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте Маҡтау грамоталарына һәм дәүләт наградаларына лайыҡ була.
Батыр яҡташыбыҙ 1976 йылдың 21 октябрендә арабыҙҙан китә. Әммә уның исеме, күрһәткән ҡаһарманлығы онотолмай, халыҡ хәтерендә йәшәүен дауам итә.
Ишембай ҡалаһының Геройҙар аллеяһына бюст, ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ урынлаштырылған. Һыртлан ауылында яҡташыбыҙ хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылған һәм уның исемен йөрөткән музей асылған.
Һәр фронтовиктың хәрби биографияһы - Бөйөк Ватан һуғышы тарихының бер бите ул. Садиҡ Сайранов кеүек ҡурҡыу белмәҫ һалдаттарҙан торған совет ғәскәрҙәре үҙ илен генә һаҡлап ҡалманы, ярты Европаны фашизм иҙеүенән ҡотҡарҙы, рейхстаг түбәһенә Еңеү байрағын ҡаҙаны, кешелеккә азатлыҡ бүләк итте.
Читайте нас: