Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
9 Апрель 2020, 13:30

Еңеү ялҡыны яңы бейеклеккә әйҙәһен

Бөгөн Һарыш ауылы биләмәһендә ике тыл хеҙмәтсәне иҫән. Уларҙың береһе Зиннур Бикиев Мотайҙа, икенсеһе Аким Данилкин Һарышта йәшәй. Һуғыш ветеранының тол ҡатыны берәү - Тәнзилә Кәримова.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары тарихыбыҙҙа ҡан һәм йәш менән яҙылған иң шанлы һәм данлы осорҙарҙың береһе булараҡ мәңгелеккә урын алған.
Еңеү салюты күккә атылыуға 75 йыл үтте, дәһшәтле осор алыҫайҙы. Бөгөн йылдар аша булһа ла, азатлыҡ һуғышында ҡатнашыусылар, ауыр тыл һынауҙарында ихтыяр көсө, рух ныҡлығы күрһәткән быуын алдында баш эйәбеҙ. Улар тураһында иҫтәлек, ғорурлыҡ тойғоһо артабан да яңы бейеклектәргә әйҙәр, ҡаршылыҡтарҙы үтеп, алға барырға саҡырыр, йәш быуында илһөйәрлек хисен тәрбиәләр, тип ышанабыҙ.
Билдәле булыуынса, фашист илбаҫарҙары илебеҙгә баҫып ингәндең беренсе көндәренән үк республика хәрби комиссариаттарына меңдәрсә кеше ғариза тапшыра. Һарыш ауыл советына ҡараған ауылдарҙан да үҙҙәре теләп фронтҡа киткәндәр була. 1941-1945 йылдарҙа Мотайҙан 71 кеше һуғышҡа китә, шуның 25-е генә әйләнеп ҡайта. Был бәхет Аҡназарҙан алынған 53 ир-егеттең 21-нә, Һарыштан 132 кешенең 84-нә генә насип була. Дөйөм алғанда, өс тораҡ пункттан 136 кеше яу ҡырында башын һала.
Бөгөн Һарыш ауылы биләмәһендә ике тыл хеҙмәтсәне иҫән. Уларҙың береһе Зиннур Бикиев Мотайҙа, икенсеһе Аким Данилкин Һарышта йәшәй. Һуғыш ветеранының тол ҡатыны берәү - Тәнзилә Кәримова.
Тыуған ил азатлығын һаҡлаған, донъяны фашизмдан ҡотҡарған, емерелгән илде тергеҙгән, тыуған еребеҙҙең иҡтисад, сәнәғәт, төҙөлөш һәм социаль-мәҙәни өлкәләренең үҫешен тәьмин иткән быуынға биләмә халҡы рәхмәтле. Был тойғоларын улар һәр ауылда ветерандар иҫтәлегенә обелиск, һәйкәл төҙөү, уның эргә-тирәһен йыйыштырыу, төҙөкләндереү, сәскә ултыртыу һәм хәтер кисәләре, байрамдар үткәреү менән белдерә.
Һарыш мәктәбе алдында Советтар Союзы Геройы Миңлетдин Әминевтың бюсы урынлашҡан. Миңлетдин Ғилметдин улы сығышы менән - ошо ауылдан. Һуғышта артиллерия полкы уҡсыһы булып хеҙмәт итә. Украинаны дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡаты бәрелештәрҙең береһендә ҡаты яралана. Госпиталдә дауаланғандан һуң, 1944 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Һуғыштан һуңғы тырыш хеҙмәтенең байтаҡ йылдары Күгәрсен районына арналған. Унда ла геройҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә ҙур иғтибар бирелгән. Мемориаль таҡта, уның исемендәге урамдар булдырылған. Ҡәбере - Йомағужа ауылында.
Читайте нас: