ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель 2020, 15:33

Кемдәр хәрби хеҙмәткә алынмай?

Сығарылыш класс уҡыусылары хәрби хеҙмәткә алынмаясаҡ

Сығарылыш класс уҡыусылары хәрби хеҙмәткә алынмаясаҡ.
- Быйылғы яҙ сығарылыш класс уҡыусыларын хәрби хеҙмәткә алмаясаҡтар. Барлығы 650 меңдән ашыу егет хәрби комиссариатҡа саҡырылырға тейеш, шуның 15 меңе - мәктәп уҡыусылары. Уларға БДИ тапшырып, юғары уҡыу йорттарына инергә мөмкинлек биреләсәк, - тип белдерә Ҡораллы Көстәрҙең Генераль штабы начальнигы Валерий Герасимов.
Юғары һәм урта белем биреү йорттары студенттары армияға сығарылыш имтихандарын тапшырғас алына. Яҙғы саҡырылыш 15 июлгә тиклем дауам итә.
Коронавирус инфекцияһына бәйле ҡатмарлы осор сәбәпле хәрби хеҙмәткә алынғандар 14 көн дауамында карантинда буласаҡ һәм коронавирусҡа анализ тапшырасаҡ.
Читайте нас: