ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
25 Апрель 2020, 15:55

Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант үтте

Күләмле сара тәүге тапҡыр онлайн-форматта ойошторолдо. Тура эфир иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында башланды. Шулай уҡ ул «Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды», «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы»ның социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләре, ютуб-каналдарында күрһәтелде.

Күләмле сара тәүге тапҡыр онлайн-форматта ойошторолдо. Тура эфир иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында башланды. Шулай уҡ ул «Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды», «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы»ның социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләре, ютуб-каналдарында күрһәтелде.
Диктант яҙырға теләүселәр иң тәүҙә акцияның рәсми сайтында теркәү үтте. Мәләүез районы һәм ҡалаһынан меңдән ашыу кеше алдан теркәлде. Халыҡ-ара сарала мәктәп уҡыусылары, уларҙың атай-әсәйҙәре, өләсәй-олатайҙары, уҡытыусылар, күп профилле һөнәри белем биреү колледжы, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы, “Ағинәйҙәр”, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары”, “Башҡорт ир-егеттәре ҡоро”, “Яугир” йәмәғәт ойошмалары ағзалары, “Көнгәк” гәзите журналистары һәм башҡалар ҡатнашты.
Әйткәндәй, быйыл башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант беренсе тапҡыр республиканың төп телеканалы эфирында үтте һәм ул өс диктор уҡыуында барҙы. Башҡа йылдарҙан айырмалы телде яҡшы белеүселәрҙән тыш, яңы өйрәнә башлаусылар ҙа, төньяҡ-көнбайыш диалектта һөйләшеүселәр ҙә белем кимәлен тикшерҙе. Шуға ярашлы, текст өс вариантта әҙерләнгәйне. Был мөһим сарала Башҡортостан халҡы ғына түгел, сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә, атап әйткәндә, Санкт-Петербург, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Кировоград, Мәскәү, Ноябрьск, Якут Республикаһы һәм Краснодар крайынан, шулай уҡ Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан (Нурсолтан, Алматы), Швейцариянан (Женева), АҠШ-тан (Лос-Анджелес, Нью-Йорк), Испаниянан, Эстониянан, Төркиәнән (Истанбул, Анталия, Фетхие, Эскешихер), Германиянан (Берлин), Ҡытайҙан (Пекин, Гуанчжоу) ҡатнашты. Дөйөм алғанда, Халыҡ-ара диктантта ҡатнашыу өсөн 67 мең кеше теркәлде.
Диктант тамамланғас, һәр кем үҙенең ҡағыҙын фотоға төшөрөп, акцияның сайтына шәхси кабинет аша ебәрҙе.
Читайте нас: