ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Апрель 2020, 14:35

Күпте күргән, күпте кисергән...

«Кеше китә, эҙе ҡала», ти халыҡ. Атайым, ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көнөнән фронтҡа алынып, 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы составында хәрби юл үткән ҡыйыу яугир Абдулхаҡ Бикҡужин кешеләр күңелендә яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең береһе.

«Кеше китә, эҙе ҡала», ти халыҡ. Атайым, ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көнөнән фронтҡа алынып, 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы составында хәрби юл үткән ҡыйыу яугир Абдулхаҡ Бикҡужин кешеләр күңелендә яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең береһе.
1919 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылында тыуып үҫкән атайыма үҙ ғүмерендә күпте күрергә, күпте кисерергә тура килә. Хәлле ғаиләлә донъяға килһә лә, атаһы репрессияға эләгеп, барлыҡ мал-мөлкәттәре тартып алына. Бик ауыр шарттарҙа йәшәһә лә, ул тырыш, зирәк бала булып үҫә. Тәүге белемде үҙ ғаиләһендә ала, атаһы Закир Юлмөхәмәт улы заманына күрә уҡымышлы кеше - мәҙрәсә тамамлаған мулла була. Ауылдағы мәктәптән һуң, уҡыуын Күлдәр ауылында дауам итә. Тиҙҙән йәш егетте Мөкәй башланғыс мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ә бер йылдан Өфө уҡытыусылар әҙерләү институтында ситтән тороп белем алған студентты Биштәкә (хәҙерге Шайморатов) мәктәбенә физика һәм математика уҡытыусыһы итеп күсерәләр.
1939 йылда ул армияға алына. Ил алдындағы бурысын Алыҫ Көнсығышта үтәй, артиллерист һөнәрен үҙләштерә. Махсус курс тамамлаған йәш офицер һалдаттарҙы хәрби оҫталыҡҡа өйрәтә.
Һуғыш башланыу менән лейтенант Бикҡужинды фронтҡа, Мәскәүҙе һаҡларға, ебәрәләр. Башҡа яугирҙәр менән ул 1941 йылдың 7 ноябрендә Ҡыҙыл майҙанда ойошторолған тарихи Парадта ҡатнаша. Меңдәрсә яуҙаштары менән баш ҡаланы һаҡлауға баҫа. 1941 йылдың декабренән атайымдың хәрби юлы 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы менән бәйле. Ул артиллерия взводының командиры була. Ике тапҡыр ҡаты яралана, хәрби госпиталдә дауаланып сыҡҡас, табиптар уны «хеҙмәткә яраҡһыҙ» тип таба. Ләкин ул бының менән килешмәй, дивизияға кире ҡайтарыуҙарын һорап, рапорт артынан рапорт яҙа.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Еңеүҙән һуң яратҡан эшен дауам итә. Ҡырмыҫҡалы, Олокүл, Ҡамышлы мәктәптәрендә директор була һәм, хаҡлы ялға сыҡҡансы, һөнәренә тоғро ҡала.
Дәһшәтле һуғыштың башынан аҙағынаса үтеп, Тыуған илгә булған һөйөүен уҡыусыларында тәрбиәләй. Ул мәктәптә генә түгел, һәр ваҡыт уҡытыусы булып ҡалды: урамда ла, ҡунаҡта ла, йыйылыштарҙа ла...
Ниндәй ауыр замандарҙа уның тырышлығы менән Түбәнге Төкөн ауылында ете йыллыҡ мәктәп асыла, һуңынан ул һигеҙ йыллыҡ, ун йыллыҡ була.
Ике йыл хәрби хеҙмәттә, биш йыл һуғышта йөрөгән атайымдың һәр нәмәгә ҡарата үҙ ҡарашы, фекере бар ине. Беҙгә, балаларына яҡшы тәрбиә биреп, эштән дә, яуаплылыҡтан да ҡурҡып тормаҫҡа, алға ҡуйған маҡсатҡа ҡыйыу аҙымдар менән барырға өйрәтеп үҫтерҙе.
Олоғайғас, дин юлына баҫып, әсәйем Асия Сәйет ҡыҙы менән мәсеткә йөрөп, башҡаларға ислам дине ҡиммәттәрен өйрәтте, һәр ваҡыт кешелекле һәм кеселекле булырға өндәп йәшәне.
Әсәйебеҙ Асия Сәйетзада ҡыҙы тыл ветераны ине. Йәш кенә көйөнсә һуғыштың бөтә ауырлығын күтәргән.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында атайым менән әсәйем беҙҙең янға Мәләүезгә күсеп килде. Тыуған яҡтарынан китеү ауыр булһа ла, яңы урынға тиҙ өйрәнде яҡындарым. Башҡаларға ҡарата асыҡ йөҙлө, алсаҡ булғанға күрә, уларҙы барыһы ла яратты. Атайым Абдулхаҡ Закир улы ҡаланың Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында, 1-се мәктәптә, индустриаль колледжда (ул саҡтағы 42-се лицей), элеватор ойошмаһында көтөп алынған ветеран ине. Уның менән һәр осрашыу тыңлаусыларҙа илһөйәрлек тойғоһо, Тыуған илгә, ергә һөйөү уятты. Беҙ, балалары, яҡын кешеләребеҙ менән ғорурланабыҙ. Үҙҙәренән һуң яҡты эҙ ҡалдырған атай-әсәйебеҙ тураһындағы яҡты иҫтәлектәр быуындан-быуынға күсеп, халыҡ күңелендә йәшәүен дауам итәсәк.
Луиза НАЗАРҒОЛОВА, хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Читайте нас: