ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Апрель 2020, 13:35

Яҡты киләсәк хаҡына...

Корнеевка ауыл советынан Бөйөк Ватан һуғышына бөтәһе 1500-ҙән ашыу кеше алынған, уларҙың ни бары 600-ө генә яу ҡырынан әйләнеп ҡайтҡан.

Корнеевка ауыл советынан Бөйөк Ватан һуғышына бөтәһе 1500-ҙән ашыу кеше алынған, уларҙың ни бары 600-ө генә яу ҡырынан әйләнеп ҡайтҡан.
«Ҡыҙыл Партизан» колхозы фронтҡа ике машина, утыҙ ат һәм ун биш бричка ебәрә. Үҙ теләге менән һуғышҡа киткәндәр араһында гүзәл заттар ҙа була. Валентина Вдовина, Тамара Жданова, Александра Тимлева, Полина Вулина, Любовь Хохлова, Любовь Шварц һәм башҡалар ир-егеттәр менән бергә Тыуған ил азатлығы өсөн көрәшә..
Йәшләй генә фронтҡа китеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандар араһында һалдат һәм офицерҙар була: Василий Вихляев, Александр Шамин, Дмитрий Чаплыгин, Николай Гущин, Николай Столяров.
Йәш ҡыҙҙар һәм ҡатындар партия ҡушыуы буйынса завод-фабрикалар, электр станциялары төҙөүгә, шахтаға, урман ҡырҡыуға ебәрелә. Ауылда ҡалғандары иһә трактор, комбайн руле артына ултыра.
«1941 йылда минең өләсәйемә ун бер йәш булған. Ул әхирәттәре менән яландан еләк йыйып ҡайтыуына немец фашистары илебеҙгә ҡаршы башлаған аяуһыҙ һуғыш хаҡында ишетә, - тип яҙа үҙ хәтирәләрендә Лена Максимова. – Өйҙәгеләр илаша, әсәйем атайымдың һәм өлкән ағайымдың әйберҙәрен йыя. Ә иртәгәһенә уларҙың икеһен дә фронтҡа алдылар. Икеһе лә яу ҡырынан әйләнеп ҡайтманы, тип хәтерләй торғайны ул».
Ил азатлығы өсөн көрәшкән миллионлаған яугир араһында Мәләүез еренең данлыҡлы улы, Дан орденының тулы кавалеры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Григорий Кузнецов та була. Хәрби хеҙмәткә алынғансы, ул «Ҡыҙыл Партизан» колхозында эшләй, гел алдынғылар сафында була. Тырышлығы, эшһөйәрлеге менән алдыра. Совет Армияһына 1938 йылда алына, фронтҡа 1942 йылдың 15 ноябрендә инә. Немец фашистарын тар-мар итеүҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн 3-cө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә. Гвардияның өлкән сержанты Григорий Кузнецов Көнбайыш Украина һәм Белоруссия, Бессарабия, Төньяҡ Буковина халҡын азат итеүҙә ҡатнаша. Ул хәрби әҙерлеге, ныҡлы рухы һәм илһөйәрлеге менән күптәрҙән айырылып тора. Мәләүез үҙенең ҡаһарман улын онотмай. Уның хаҡындағы хәтирәләр иҫтәлектәрҙә, китаптарҙа ғына түгел, халыҡ хәтерендә лә һаҡлана.
Читайте нас: