ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Хәтирәләр... Хатта китап яҙырлыҡ

Эх, ошо һуғыш... Кемде генә ҡайғыға һалманы ул...Шәрип ауылында тыуып үҫкән Заһира Авзал ҡыҙы Үҙәнбаеваның ғаиләһендә лә заманында күп ҡойолдо күҙ йәше, ә һуңынан... Ә һуңынан йөрәк түренә һағыш инеп урынлашты ла ғүмерҙең һуңғы һулышына тиклем шунан китмәне.

Авзал менән Нәҙекбикә (исеме лә есеменә тура килеп, бик сибәр була) өс бала тәрбиәләй: Ағзам, Заһира, Ноғман. Оло улдары 1940 йылда ауылдашы Тимерхан Йәрмөхәмәтов менән бергә Мәскәүгә эшкә тип китәләр ҙә һуғыш башланыр-башланмаҫ тәүгеләрҙән булып фронтҡа эләгәләр. Ҡаты яраланғандан һуң Ағзам оҙаҡ ҡына госпиталдә ята, һуңынан өйөнә ҡайтаралар. Ваҡыт аҙ, саҡ ҡына һаулыҡты нығытып алғас, яңынан һуғыш яланына юлланырға - дошманды дөмбәҫләргә. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул һөйгәне Ғәрифәгә өйләнеп өлгөрә. Тик йәштәргә бергә оҙаҡ булырға тура килмәй, йәш ҡатын күҙ йәштәре түгеп ирен фронтҡа оҙатып ҡала. Тиҙҙән осрашыу, киләсәктә бәхетле тормош ҡороу тураһында хыялланып улар айырылыша. Мәңгелеккә... Ағзам нисек кенә үлемдән ҡотолорға теләһә лә, үкенескә ҡаршы, булмай шул: Харьков ҡалаһынан алыҫ булмаған Силантьевка тигән ауыл эргәһендә барған алышта һәләк була... Ошонда уҡ ерләнә лә.
Ә Ғәрифәһе был ваҡытта хис-тойғоларын белдереп иренә һөйөү хаттары яҙа. Ҡәҙерлеһенең үлем тураһындағы хәбәре уның өсөн аяҙ көндө күк күкрәгәндәй була, донъя ҡараңғылана, өмөт-хыялдар сәлпәрәмә килә...
Ағзамдың атаһы, илленән саҡ уҙған ир уҙаманы Авзал Үҙәнбаев та ҡайғылы хәбәрҙе күтәрә алмай, донъя ҡуя. Нәҙекбикә инәй, иңенә төшкән ауырлыҡтарға ҡарамай, аһ-зарын күрһәтмәй тырышып-тырмашып бер үҙе ике балаһын ҡарай, уҡыта, эшләй. Үгеҙҙән һөҙөлөп ҡаты имгәнә, һаулығы ҡаҡшай, зәғиф ҡала.
Тормош дауам итә. Нәҙекбикә инәй ҙә күптән ер ҡуйынында ине. Заһира менән Ноғман үҙ донъяларын ҡороп үҙаллы йәшәй, балалар тәрбиәләй. Әммә... Шул һуғыштың шауҡымы...
Дауамы гәзиттең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.
Читайте нас: