ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл

Бөйөк Ватан һуғышы еле ҡағылмаған берәй ғаилә бармы икән беҙҙең илдә? Юҡтыр... Дүрт йылға һуҙылған был дәһшәтле ваҡиға нисәмә миллион яҙмышты селпәрәмә килтерҙе. Туғандарым араһында ла яу юлын ишетеп түгел, ә шуның уртаһында йөрөп ҡайтҡандар бар.

Бөйөк Ватан һуғышы еле ҡағылмаған берәй ғаилә бармы икән беҙҙең илдә? Юҡтыр... Дүрт йылға һуҙылған был дәһшәтле ваҡиға нисәмә миллион яҙмышты селпәрәмә килтерҙе. Туғандарым араһында ла яу юлын ишетеп түгел, ә шуның уртаһында йөрөп ҡайтҡандар бар.
Бабайым Тимербай Иҫәнов хаҡында һөйләп үткем килә. Ул Әбет ауылында Хөббөниса Мәһәҙи ҡыҙы һәм Ғәйфулла Хәмзә улының ҙур ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Тик аслыҡ һәм төрлө ауырыу сәбәпле ун ике сабыйҙың дүртәүһе генә оло йәшкә етә. Егәрле һәм тырыш ата-әсәләре балаларын кешелекле, эшһөйәр итеп тәрбиәләүгә ҙур әһәмиәт бирә. Бабайым ете класс белем алған. Тырышып уҡыған, дәрестән һуң йәйгеһен урманға китеп, мал ҡарашҡан. 1940 йылда ғаилә оло ҡайғы кисерә, Сумған мәмерйәһе эргәһендә аталарының йөрәге туҡтай. Бөтә ауырлыҡ Хөббөниса өләсәйем иңенә ята. Мәрйәм, Тимербай, Мәрфуға һәм Закираны яңғыҙына үҫтерергә тура килә.
1941 йыл. Германия иғлан итмәй һуғыш башлай. Тимербай Ғәйфулла улын, 1925 йылда тыуыуына ҡарамаҫтан, бер йәшкә олоғайтып яҙып, 1942 йылда Украина фронтына оҙаталар. Ул төрлө операцияларҙа ҡатнаша, Ҡырым һәм Одесса янындағы һуғыштарҙа үҙен Ҡыҙыл Армияның иң яҡшы һалдаттарының береһе итеп таныта. 1944 йылда Ҡырым һөжүм операцияһында “Хәрби хеҙмәте өсөн” тигән миҙалға лайыҡлы була. Уның тураһында былай тип яҙғандар: “Иптәш Иҫәнов дошман оборонаһын өҙгән ваҡытта оҫталығы һәм сослоғо менән билдәләнә. Хәрби бурысты бик яҡшы үтәп сыға. Үҙ минометы менән бер станоклы, өс ҡул пулеметын юҡҡа сығара. Пехота менән блиндажды емерә”.
Еңеү көнөн Польшала ҡаршылай. Тыуған яғына әсәһен, апаһын, һылыуҙарын һағынып, 1950 йылда ғына ҡайтырға насип була. Мәләүездән Әбеткә тиклем араны йәйәү үтә. Бер аҙ ял итеп, йүнәлеп алғас, бик тиҙҙән балта оҫтаһы булып танылған. 1971 йылда өйләнә һәм Күмертау ҡалаһына күсә. Үҙҙәренең балалары булманы, әммә йорттарында бала тауышы тынманы.
Иҫән булһа, 95 йәш тулыр ине. Уны бик алсаҡ, эшлекле, ярҙамсыл тип хәтерләйбеҙ. Һуғыш йылдарын иҫкә төшөрөргә яратманы. Ғүмере 1994 йылдың 29 сентябрендә өҙөлдө. Ерләгән саҡта көн салт аяҙ, йылы һәм ҡояшлы булды.
Икенсе бабайым Мөхтәр Сабанчин тураһында әсәй-атайым һәм инәйемдән ишеткән иҫтәлектәр буйынса яҙам. Ул 1921 йылдың 15 февралендә Күгәрсен районының Ялсы ауылында тыуған. Бөтә балалар кеүек үк ата-әсәһенә хужалыҡта ярҙамлашып үҫә. Ете класс белем алып, мәктәпте тамамлағас, 19 йәшендә Йомағужа хәрби комиссариатына саҡырыла. Был 1940 йыл була.
Мөхтәр Әкрәм улы Бөйөк Ватан һуғышында зенит артиллерия бригадаһында телефонист булып хеҙмәт итә. Ленинград оборонаһын тотҡан. 1944 йылдың 10 апрелендә яраланып, бер күҙен юғалта. Госпиталдәрҙә оҙаҡ дауаланғандан һуң, уны тыуған яҡтарына 1945 йылда ҡайтарып ебәрәләр.
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Мөхтәр бабайым бик күп орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Ауыр яраланыуына ҡарамаҫтан, Мораҡ педучилищеһында белем ала. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Ерек башланғыс мәктәбендә балалар уҡыта. Әбеттән Закира Ғайфулла ҡыҙына өйләнеп, матур ғаилә ҡора. Тик уларға ла бала бәхете бирмәй. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың өйөндә лә һәр ваҡыт балаларҙың шат тауышы яңғырап торған. Ерек ауылының байтаҡ быуынына белем һәм тәрбиә биргән ул. Әлеге көндәрҙә лә йылы һүҙ менән иҫкә алып торһалар бигерәк тә рәхмәтле булыр инек.
Мөхтәр бабайымдың һуғыш юлы тураһында мәғлүмәтте табыу ҡыйын булды, сөнки исемен төрлөсә яҙып, икенсе кешеләр менән бутап бөткәндәр ине. Ул да дәһшәтле йылдар хаҡында һөйләргә яратмаған. “Ғорурланырлыҡ бер урыны ла юҡ”, - тигән бабайым иҫән сағында. Уның менән танышып, аралашыу бәхете теймәне миңә. 1991 йылдың 28 майында ҡаты ауырыу уны был донъянан алып киткән. Әлеге көндә уға 99 йәш тулған булыр ине.
Бабайҙарымдың икеһе лә үҙе артынан яҡты эҙ ҡалдырған. Икеһе менән дә бик ғорурланам һәм уларҙы белгәндәрҙең күңелендә тик матур хәтирәләр генә һаҡланыуына ышанам.
Гөлназ Салауатова.
Читайте нас: