ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Етмеш бишенсе яҙҙы ҡаршылайбыҙ

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға быйыл 75 йыл тула. Был тарих өсөн дә, кеше ғүмере өсөн дә аҙ ваҡыт түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йыл һайын халҡыбыҙ был датаны берсә ҡыуанып, берсә ҡайғы-һағыш менән ҡаршы ала. Әйтергә кәрәк, был ике хис-тойғоноң да йәшәргә хоҡуғы бар.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға быйыл 75 йыл тула. Был тарих өсөн дә, кеше ғүмере өсөн дә аҙ ваҡыт түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йыл һайын халҡыбыҙ был датаны берсә ҡыуанып, берсә ҡайғы-һағыш менән ҡаршы ала. Әйтергә кәрәк, был ике хис-тойғоноң да йәшәргә хоҡуғы бар.
Эйе, һуғыш тамамланыуға байтаҡ ваҡыт үтте, күпме һыу аҡты. Ут аҫтында ҡалып, емерелгән ҡалалар, яндырылған ауылдар тергеҙелде. Һалдат окоптары ла ер менән тигеҙләнде. Фашист илбаҫарҙарын өңөнә алып барып тонсоҡторған батыр яугирҙәрҙең сафы ла йылдан-йыл һирәгәйә.
Ҡотош ауылында балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәгән Тимербулат Ямалетдинов сығышы менән Күгәрсен районынан. Ул 1927 йылдың 1 июлендә донъяға килә. 1943-1944 йылдарҙа фронтҡа 17-18 йәшлектәр күпләп оҙатыла. Тимербулат Йәғәфәр улы 16 йәшендә генә үҙе теләп яуға китә. Үҫмерлектән яңы сыҡҡан егеткә йәшлек тә, ололоҡ та бер юлы килә. Уның хәрби юлы туғандары, яҡташтары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята. Дошманды сигендереү, юҡ итеү, Тыуған илде уларҙан азат итеү маҡсаты менән ҡурҡыу белмәй алға атлай. Йәш кенә көйө окоп һалҡынлығын да, дуҫтарын юғалтыу ҡайғыһын да, Еңеү шатлығын да кисерә. Тәүҙә ул Ҡытай сигендә һуғыша, аҙаҡ 1945 йылдың 9 авгусынан 3 сентябренә тиклем 333-сө уҡсылар полкында Япония милитаристарына ҡаршы һуғыша. Ҡаты яуҙарҙың береһендә яралана. Хәрби юлы уның менән генә бөтмәй әле. Госпиталдә дауаланғандан һуң артабан дауам итә. Һаулығы тамам ҡаҡшағас ҡына 1949 йылда тыуған төйәгенә ҡайтыу бәхете насип була. Ҡайтыу менән ир-егет фронтта саҡта бөлөү хәлендә ҡалған колхоз эшенә башкөллө сума. Яу ҡырында күрһәткән ҡаһарманлығы миҙал-ордендар менән бүләкләнгән. Шулар араһында ветеран өсөн иң ҡәҙерлеһе – II дәрәжә Ватан һуғышы ордены.
Бына тағы Еңеү яҙын ҡаршылайбыҙ. Иҫән ҡалған һалдаттарҙың һуғыш тураһында иҫтәлектәре лә яйлап онотола, хәтер ептәре бутала. Әммә беҙҙең, тыныс быуын вәкилдәренең, батыр яугирҙәрҙең ҡаһарманлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ...
Лена ФАЗЛӘХМӘТОВА, китапханасы.
Читайте нас: