Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ҡаһарманлыҡ өлгөһө

Илде дошман килеп баҫҡанда, Ватан-әсә һүҙен тотоп, ҡорос ҡалҡан булып тыныслыҡ, азатлыҡ һағына баҫҡан ҡаһарман яугирҙәр араһында яҡташыбыҙ Хәйбулла Йәрмөхәмәтов та була.

Илде дошман килеп баҫҡанда, Ватан-әсә һүҙен тотоп, ҡорос ҡалҡан булып тыныслыҡ, азатлыҡ һағына баҫҡан ҡаһарман яугирҙәр араһында яҡташыбыҙ Хәйбулла Йәрмөхәмәтов та була.
Ул 1927 йылда Томансы ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, һуңынан Аптраҡ мәктәбендә уҡый. Атаһы ауыр аслыҡ йылдарында вафат булғас, әсәһе өс бала менән яңғыҙ тороп ҡала.
Барлыҡ тиҫтерҙәре кеүек үк Хәйбулла Ғайфулла улы ла йәшләй генә эшкә егелә, ҡулынан килгәндең барыһын башҡара ул.
1944 йылдың көҙөндә, 17 генә йәшендә Ҡыҙыл Армия сафына алына.1945 йылдың апрель айында һуғышҡа ебәрелә.
- Беҙҙе Берлинды алырға ныҡлы әҙерләнеләр. Ҡорал, хәрби техника... Өфө янындағы әҙерлек майҙаны ул ваҡытта ысын яу яланын хәтерләтә ине. Фронтҡа беҙҙе, һалдаттарҙы, төндә, тауар поезына тейәп алып киттеләр. Йәш кенә булһаҡ та, һис ҡурҡыу белмәнек, илһөйәрлек тойғоһо шул тиклем көслө булды, - тип хәтирәләрен барлай олатай. - Берлинды алырға тип китһәк тә, Еңеү көнөн юлда ҡаршыланыҡ. Хәтеремдә, юл ситендәге ҙур яланда ғәскәр йыйылды, үтеп барған поездар туҡтаны, хәрби эшелондар килеп тулды. Ҙур байрам митингы булды унда. Бөтәһенең дә телендә иң ҡәҙерле һүҙ - «Еңеү!» һүҙе генә ине ул ваҡытта.
Хәйбулла Ғайфулла улының артабанғы яҙмышы Алыҫ Көнсығыш фронты менән бәйле, ул 82-се миномет батальонында командир була.
- Квантун армияһын ҡыйратҡан саҡта бик күп яуҙаштарҙы юғалттыҡ. Үҙемдең яҡташтарымды ла шунда ерләп киттем, - ул ауыр йылдарҙы әле булһа ҙур тетрәнеү менән иҫкә ала ветеран.
Ватан алдындағы батырлыҡтары өсөн бик күп орден һәм миҙалдар, Сталиндың Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
Уға ете йылдан һуң ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыу насип була. Һуғыштан һуң, эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ булған ауыр осорҙа, үҙен совхоз эшенә бағышлай, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүгә үҙ өлөшөн индерә. Ғүмерененең байтаҡ өлөшө сауҙа эшенә бәйле. Хеҙмәт юлын лайыҡлы үтеп, бик күп маҡтаулы исемдәргә эйә була ул.
Хәләле Миңниса менән татыу ғаилә ҡороп, 63 йыл парлы ғүмер кисерә, ете бала үҫтерәләр, уларҙың һәр ҡайһыһына матур тәрбиә биреп, тормош юлына сығаралар. Инәйҙең баҡыйлыҡҡа күсеүенә ете йыл ваҡыт үткән. Бөгөн Хәйбулла Ғайфулла улы балаларының, ейәндәренең ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер кисерә.
Орден-миҙалдар сыңы аҫтында кәүҙәһен егеттәрсә тура тотоп торған олатайға һоҡланып ҡарайым. Үҙ өлөшөнә төшкән ауыр замандың ел-ямғырына бирешмәй, ҡәһәрле һуғыштың бар афәтен үҙ башынан кисереп, тормош мәктәбен лайыҡлы үткән, һоҡланғыс ғүмер кисергән ҡаһарман яҡташыбыҙ бөгөн дә донъяның ҡәҙерен белеп, башҡаларға өлгө булып йәшәй.
Читайте нас: