Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ғәлимов һәр ваҡыт сафта!

Әкрәм Ғөбәй улы Ғәлимов менән мәктәптә эшләгән йылдарҙа уҡ белә инем. Бөйөк Еңеү көнө алдынан уҡыусылар менән осрашыуҙарҙа күрергә тура килә ине. Ә ныҡлап танышыуыбыҙ редакцияға эшкә килгәс булды. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны оҙаҡ йылдар район-ҡаланың инвалидтар ойошмаһын етәкләне. Эшем буйынса яугир менән йыш осраштыҡ. Ул ойошма эшмәкәрлеге буйынса бөтә мәғлүмәтте иҫендә тотоуы менән һоҡландыра ине. Һандар, факттар, йәмғиәт ағзаларының исем-шәрифе, шөғөлө – барыһы ла уның башында булды. Сығыш яһағанда ла алдан кемдер яҙып, ҡулына тотторған докладты уҡыманы, ә үҙенең күңелендәгеһен һөйләне.

Һуңғы йылдарҙа уның менән Бөйөк Еңеүгә арналған парадта осраштыҡ. Быйыл 95 йәшлек уҙаманды үҙе байтаҡ йылдар етәкләгән инвалидтар йәмғиәте коллективы ҡотлаған ваҡиғала күрҙем. Әкрәм Ғәлимов һаман сафта! Орден-миҙалдар тағылған пинжәген кейеп, хәрбиҙәрсә ыҫпайлыҡ менән ҡаршы алды ул беҙҙе. Ойошма рәйесе Ринат Дәүләтшин ҡотлау сәләмен тапшырғас, ҡала мәҙәниәт һарайы йырсыһы Людмила Михайлова илһөйәрлек рухы менән һуғарылған йырҙар башҡарҙы. “Еңеү көнө”, “Катюша” йырҙарына 37-се йорттоң балконында тамаша ҡылғандарҙың барыһы ла ҡушылды.
Читайте нас: