Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ВЕТЕРАН КӨҘГӨ АЛДЫНДА

Туғыҙынсы май иртәһе.Бүлмәбеҙ тулы нурҙар.Мөйөштәге радионанУрғыла көйҙәр, йырҙар...

Туғыҙынсы май иртәһе.Бүлмәбеҙ тулы нурҙар.Мөйөштәге радионанУрғыла көйҙәр, йырҙар.Миҙалдарын зыңғырлатыпОлатай таға түшкә,Икеләтә байрам килде:Бөгөн ул - алтмыш биштә.Эй тапана олатайымҘур көҙгө алдарында,Бейеп үк китә осҡондарТаҡҡан миҙалдарында.Яҡтырып, ҙурайып киткәнӨйөбөҙҙөң эстәре,Танауҙы рәхәт ҡытыҡлайТәмле ҡоймаҡ еҫтәре.Өләсәйем өтәләнә:- Ултыр сәйгә, ҡуй ҡана!Олатай көҙгө алдындаҺылана ла һыйпана.Битен һыпырған була лаТекләп ҡала бер аҙҡа...(Юйылырға һалынмайҙырбиттәргә һыр-бураҙна.)Шул саҡ күҙ ҡыҫты мут ҡынаКитаптар кәштәһенәнБер портрет...Олатайым! -Егерме йәштә генә,Тап минең йәштә генә!Аҫылғужа Баһуманов
Читайте нас: