Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Еңеп ҡайтырбыҙ, көтөгөҙ...

Фашист илбаҫарҙары илебеҙгә һөжүм иткәс, бер ғаиләнән биш һалдат Ватан һағына баҫа. Ҡәһәрле һуғыш уларҙың береһен дә аямай: Әхмәтша Кантиковтың Миңләхмәт, Нуриәхмәт, Нурмөхәммәт, Нурулла улдары һәм ейәне Рәфҡәт ил азатлығы, яҡты киләсәк өсөн ҡаһармандарса һәләк була.

Илебеҙ тарихы биттәре данлы ла, ҡанлы ла. Йыл һайын яҙҙың йәмле май айында ҙур юғалтыуҙар менән яулап алынған Бөйөк Еңеү көнөндә шатлыҡ менән һағыш бергә ҡушыла. 75 йыл элек тә барыһы ла оло ҡыуаныс кисергәндә яҡындарын ҡәһәрле һуғыш йотҡан ғаиләләр яҡты тойғолар менән бергә юғалтыу ҡайғыһынан һығылған.
Яңауыл ауылында ла дәһшәтле һуғыш еле ҡағылмаған бер йорт та булмай – атайҙар, улдар фронтҡа алына. Фашист илбаҫарҙары илебеҙгә һөжүм иткәс, бер ғаиләнән биш һалдат Тыуған ил һағына баҫа. Улар киткәндә “беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ, көтөгөҙ” тиһәләр ҙә, ғәзиздәрен һуңғы тапҡыр күкрәктәренә ҡыҫып һөйөүҙәре була - береһе лә кире әйләнеп ҡайтмай. Минең атайым Тәлғәт Кантиков 1939 йылдың 8 февралендә тыуған, атаһын бик хәтерләмәй, берҙән-бер фоторәсемдән генә белеп үҫә. Миңләхмәт Әхмәтша улы һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа китә һәм батырҙарса һәләк була. Шулай уҡ тағы өс ҡустыһы Нуриәхмәт, Нурмөхәммәт, Нурулла һәм, ата-әсәһе йәшләй генә вафат булғас, улар менән бергә үҫкән апаһының улы Рәфҡәт тә яу яланында ятып ҡала.
Олатайым Миңләхмәт өләсәйем Бәҙеғолъямал менән 7 балаға ғүмер бүләк итә. Фәрит, Хәкимә, Йәмилә бәләкәй саҡта төрлө сирҙән мандый алмай - Ер-әсә уларҙы үҙ ҡуйынына ала. Атаһы һуғышҡа киткәс тыуған кинйәләренә лә әсә юғалтҡан тәүге ғәзиз улы Фәрит исемен ерҙә ятмаһын тип ҡушһа ла, ул да ғүмерһеҙ була. Зөфәр, Тәнзилә, Тәлғәт кенә буй еткереп, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә. Аталы бала арҡалы, тиҙәр, ә улар, ҡәҙерлеләрен аяуһыҙ һуғыш йотҡан шул осорҙоң башҡа балалары кеүек, атай терәгенән, һөйөүенән, хәстәренән мәхрүм ҡала. Башҡалар һөйөнөп яҡын кешеләрен ҡаршы алғанда “Еңеү килде, фашистар юҡ, шулай булғас, минең атайым да ҡайтыр, мине лә ҡосор, яҡлар” тигән өмөт уларҙың күңелен йылытып, кескәй йөрәктәренә көс биргәндер. Ләкин уларға, ғүмер буйы үҙҙәренә генә ышанып, тормош кәртәләрен үтергә, ауырлыҡтарҙы еңеп, юл ярырға тура килә. Сабый саҡтан һуғышҡа бәйле тормоштоң бөтә михнәтен кисергән, бик иртә ололар менән бер рәттән ауыр эшкә егелгән, шуның менән Еңеүҙе яҡынайтҡан, һуғыштан һуңғы йылдарҙа емереклектәрҙе тергеҙеүҙә фиҙаҡәрлек күрһәткән өс бер туған да - күптән инде мәңгелек донъяла.
Әхмәтша ҡарт олатайҙың икенсе улы Нуриәхмәт тә һуғышҡа тиклем ғаилә ҡороп өлгөрә, әммә бәхеткә сорналып йәшәү, донъя көтөү урынына, ҡорал тотоп, ғәзиз еребеҙҙе фашистарҙан таҙартырға тура килә. Нурмөхәммәт улы Әнүәр атаһының образын фронттағы фотоһы буйынса ғына хәтерендә һаҡлай. Ә Нурулла, Рәфҡәт һөйөп-һөйөлөп тә, бала ҡосоп та өлгөрмәй. Тәбиғәте менән ихлас, яҡты идеяларға ышанған ҡыйыу, батыр йөрәкле Кантиковтар яуҙа ла алғы сафта була. Ватан азатлығы, бәхетле киләсәк өсөн ҡаһармандарса һәләк булған олатай, бабайҙарыбыҙҙың яҡты рухы алдында баш эйәбеҙ.
Читайте нас: