ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Пар ҡанат йылыһын тойоп

Арыҫлан ауыл биләмәһендә өлгөлө ғаиләләр бик күп. Быйыл бергә йәшәүҙәренә 35 йыл тулған Гөлсөм һәм Хәләф Хисаметдиновтар ҙа йәштәргә үрнәк булырлыҡ. Бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп, бөгөн улар - алты ейән-ейәнсәргә бәхетле олатай- оләсәй. Ҡыҙҙары Сөмбөл, улдары Айнур ҙа әсәй һөнәрен һайланы, икеһе лә - уҡытыусы. Балалары эштәге һәм шәхси тормошондағы уңыштары менән ата-әсәләрен шатландырып, һөйөндөрөп кенә тора.

Һүҙебеҙ уларҙың улдары Айнур Хисаметдиновтың ғаиләһе тураһында. Егетте мәләүездәрҙең, дөрөҫөрәге көрәш менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың күбеһе бала сағынан белә. Спортҡа ғашиҡ үҫмер ғүмерлек һөнәре итеп тә ошо өлкәне һайланы. Ишембай кадет корпусында, артабан Силәбе физик культура академияһында уҡыуы, армия сафында хеҙмәт итеүе уға ҙур тормош мәктәбе булды. Бөгөн Айнур Хәләф улы Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында уҡыта, Ергән спорт мәктәбе хеҙмәткәре булараҡ, районда милли көрәш буйынса танылған тренер ҙа. Уның тәрбиәләнеүселәре - республикала ғына түгел, ил кимәлендәге турнирҙар чемпиондары. Быйыл Ҡазан ҡалаһында уҙған милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионатында ике тәрбиәләнеүсеһе ҙур еңеү яуланы.
Ҡорған ғаиләһе лә һоҡланғыс уның. Тормош иптәше Гөлшат Әхтәм ҡыҙы менән Айым, Йәсминә һәм Әмилә исемле матур өс ҡыҙ үҫтерәләр. Гөлшат та - һөнәре буйынса педагог, Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлаған. Йәш ғаиләне төрлө кимәлдәге сараларҙа йыш осратырға мөмкин. Улар әүҙем тормош алып бара. Йәйге ялда тыуған яҡтың гүзәл төбәктәренә сәйәхәт итеү, төрлө райондарҙа уҙғарылған милли байрамдарҙа ҡатнашыу Хисаметдиновтарҙың матур йолаһына әйләнгән. Айнур Хәләф улы - “Яугир” ойошмаһының иң әүҙем ағзаһы ла.
Әсәй менән атай балаларына ла илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә ҙур әһәмиәт бирә. “Һәр балаға әсә наҙы, атай терәге кәрәк. Ошо бәхеттән айырмаһын сабыйҙарыбыҙҙы. Ғөмүмән, ер йөҙөндәге бөтә балаларҙың пар ҡанат йылыһын тойоп, бәхетле йәшәүҙәрен теләйбеҙ”, - ти Гөлшат һәм Айнур Хисаметдиновтар.
Читайте нас: