ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Һәр ир-егет һалдат бутҡаһын тәмләргә тейеш

Һуңғы ваҡытта әрме хеҙмәтенә мөнәсәбәт тә, ҡараш та үҙгәрҙе. Беҙ иһә армияға бармаған егеттәрҙе бик һанға һуҡмай инек. Тәртип, тәрбиә шундай булды. Ил алдындағы бурысын үтәүҙе дан һанағандар саҡырыу буйынса түгел, үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә юлланды.

Һуңғы ваҡытта әрме хеҙмәтенә мөнәсәбәт тә, ҡараш та үҙгәрҙе. Беҙ иһә армияға бармаған егеттәрҙе бик һанға һуҡмай инек. Тәртип, тәрбиә шундай булды. Ил алдындағы бурысын үтәүҙе дан һанағандар саҡырыу буйынса түгел, үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә юлланды.
Нисек кенә булмаһын, һәр ир бала кескәй сағынан хәрби кейем кейеү, һалдат булыу хаҡында хыялланалыр. Яҡташыбыҙ, ҡыйыу, көслө рухлы егеттәребеҙҙең береһе Руслан Атйетәров менән дә шулай була.
«Үҙемде белгәндән алып әрмелә хеҙмәт итергә, хәрби кеше булырға хыялландым»,- ти Мәләүез егете. Ҡаланың 8-се мәктәбендә, һуңынан техникумда механик һөнәренә уҡып сыға. Йәштән үк спорт менән дуҫ була, дзюдо, самбо, ҡул көрәше менән шөғөлләнә.
1995 -1997 йылдарҙа Приморье крайында ил сиге һаҡсыһы булып хеҙмәт итә.
Армиянан һуң ҡаланың эске эштәр бүлегенә ҡул көрәше буйынса инструктор булып эшкә урынлаша. Һуңынан ошо уҡ хеҙмәтен Өфөлә «ОМОН» да дауам итә. Ил күргәнде ир күрә, тигән һүҙҙәр бар халыҡта. Уға ла ҡатмарлы, боларыш осорҙа дүрт тапҡыр Төньяҡ Кавказда хәрби командировкала булырға тура килә.
«Әрмелә саҡта ла, утлы нөктәләрҙә лә, көслө рух, ҡыйыулыҡ ярҙам иткәндер»,- ти Руслан Карам улы, ул йылдарҙы хәтерләп. Беҙҙең егеттәрҙең башҡаларҙан ихтыяр көсө, холҡо менән айырылып тороуын да һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Улы Ғәлиәскәрҙе лә үҙ миҫалында, ысын ир-егет итеп тәрбиәләргә тырыша атай кеше.
Руслан Карам улы Башҡортостан республикаһының “Яугир” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы вәкиле булып тора. Был ойошма киләсәк быуында илһөйәрлек, спортҡа һөйөү тәрбиәләү, халҡыбыҙҙың тарихын, телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға ҡағылышлы бик күп эш башҡара. Районда уҙған сараларҙан ситтә ҡалмай Руслан. Былтыр ҡала эске эштәр бүлеге ярҙамы менән йәштәр араһында 2001 йылда Чечен һуғышында һәләк булған яҡташыбыҙ Руслан Булатов иҫтәлегенә ҡул көрәше буйынса асыҡ чемпионат үткәрә ул.
Хәҙерге заманда егеттәр армияға барырға бик атлығып тормағанды белгәнлектән, әңгәмәсемдән хәрби хеҙмәттең ыңғай һәм кире яҡтары хаҡында һорашам.
«Һәр ир-егет ысын һалдат бутҡаһын тәмләп, хәрби әҙерлек мәктәбен үтергә тейеш. Армия кешене физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да үҫтерә. Тормош ауырлыҡтарына ҡаршы торорға, атай-әсәйҙең, яҡындарыңдың, тыуған яғыңдың ҡәҙерен белергә өйрәтә», - ти Руслан Атйетәров.
Читайте нас: