ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Уҡыусыларыбыҙ уңышы

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙә республикабыҙ халҡының роле бик ҙур. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса олимпиада быйыл ошо темаға арналды һәм дистанцияла үтте. Унда республика мәктәптәренән - 256, һөнәри белем биреү учреждениеларынан 33 уҡыусы һигеҙ йүнәлеш буйынса проект тәҡдим итте.

Район-ҡаланан алты уҡыусы тикшеренеү эше яҙҙы. Һөҙөмтәлә улар иң яҡшы тип танылды. Атап әйткәндә, Һарыш мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Регина Хәйбуллина “Бөйөк Ватан һуғышында минең ғаиләмдең роле” темаһына проекты менән (уҡытыусыһы З. Р. Латипова) еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Ошо уҡ белем усағының 6-сы класс уҡыусыһы Азалия Шәйәхмәтова (уҡытыусыһы Д. Ю. Смаҡова) призлы урын яуланы. 8-се мәктәптән Нигина Сәлихова (уҡытыусыһы Г. Р. Рәхмәтуллина) һәм 9-сы гимназиянан Гөлдәриә Йосопова ла (уҡытыусыһы Г. А. Ишбаева) юғары күрһәткескә өлгәште.
Читайте нас: