Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ойошмабыҙға - сирек быуат

Егерме биш йыл элек Беренсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының шаулап-гөрләп үтеүен яҡшы хәтерләйем. Халҡыбыҙҙың милли мәҙәниәтен үҫтереү, йолаларҙы һаҡлап ҡалыу, телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, йәштәрҙе башҡорт мөхитендә тәрбиәләү, милли кадрҙар әҙерләү, халҡыбыҙҙың социаль-иҡтисади именлеген үҫтереү һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында ойошторолған ҡорға милләттәштәребеҙ ҙур өмөт бағланы. Был йыйын, һис шикһеҙ, башҡорт халҡының артабанғы демография хәлендә, сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни үҫешендә ҙур роль уйнаны.

Әлеге ваҡытта беренсе форумдан һуң ҡоролтайҙың район-ҡалаларҙа барлыҡҡа килгән башҡарма комитеттары уңышлы эшләй. Йыл һайын ултырыштар уҙғарылып, унда билдәле осор өсөн актуаль проблемалар хәл ителә. Уларҙа мәктәптә башҡорт телен уҡытыу торошо, мәғариф системаһын реформалау шарттарында туған телде һаҡлау һәм өйрәнеү, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡарарҙарын бойомға ашырыу, гәзит- журналдарға яҙылыу, башҡорт телендә нәшер ителгән китаптар, башҡа баҫмалар һатыу, тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау, башҡорт халҡының күренекле шәхестәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһындағы ҡарарын үтәү бурыстары, “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР Законын бойомға ашырыу буйынса мәсьәләләр күтәрелә һәм хәл ителә. Башҡарма комитеты үҙ эшен йыл һайын ҡабул ителгән эш-пландары, бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ҡарарҙары нигеҙендә алып барҙы. Ҡоролтай “Яугир” хәрби-патриотик клубы йәмғиәте, “Ағинәйҙәр ҡоро”, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кеүек ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Ойошманың сирек быуатлыҡ юбилейы менән ҡотлап, барығыҙға ла эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге, күңел һәм ил тыныслығы теләйем. 25 йыл элек кеүек үк бөгөн дә тел, бай мәҙәни мираҫыбыҙ һәм халҡыбыҙҙың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре мөһим булып ҡала. Ошо йүнәлештәге бар маҡсаттарыбыҙ бойомға ашыуында берҙәм булайыҡ! Бергә булайыҡ!
Ләлә РАФИҠОВА, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе.
Читайте нас: