ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ҡоролтай хәрәкәтенә нигеҙ һалыныуға - 25 йыл

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге быйыл үҙенең 25 йыллығын билдәләй.Белеүебеҙсә, беренсе ҡоролтай 1995 йылдың 1-2 июнендә үтте. Тап ошо дата башҡорттарҙың һәм Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәгән милләтәштәребеҙҙең берләшеүенә ярҙам итеү, туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү, башҡорттарҙың социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни тормошон яҡшыртыу, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу маҡсатында булдырылған ойошма тарихы йылъяҙмаһын аса. Ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы Беренсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты Сәйфулла ӘМИРОВҡа ҙур йыйынға ниндәй өмөттәр бағлап барыуы, унда ҡабул ителгән ҡарарҙар хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашыуын һорап, мөрәжәғәт иттек.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге быйыл үҙенең 25 йыллығын билдәләй.
Белеүебеҙсә, беренсе ҡоролтай 1995 йылдың 1-2 июнендә үтте. Тап ошо дата башҡорттарҙың һәм Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәгән милләтәштәребеҙҙең берләшеүенә ярҙам итеү, туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү, башҡорттарҙың социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни тормошон яҡшыртыу, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу маҡсатында булдырылған ойошма тарихы йылъяҙмаһын аса. Ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы Беренсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты Сәйфулла ӘМИРОВҡа ҙур йыйынға ниндәй өмөттәр бағлап барыуы, унда ҡабул ителгән ҡарарҙар хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашыуын һорап, мөрәжәғәт иттек.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдары аҙағында Башҡортостан ҡала-райондарында, күрше төбәктәрҙә барлыҡҡа килгән милли ойошмалар республика етәкселеге алдында башҡорт милләтен үҫтереү, әсә телен уҡытыуҙы яйға һалыу кеүек башҡа бихисап мәсьәлә күтәрҙе. Был проблемаларҙы төплө өйрәнеү маҡсатында бөтә донъя башҡорттарын йыйып кәңәшләшергә ҡарар ителде. Беҙ предприятиеларға, ойошмаларға, ауылдарға сығып аңлатыу эштәре алып барҙыҡ. Бынан тыш, шефлыҡ ярҙамы күрһәтеү маҡсатында Мәләүез ҡалаһына һәм районына Ырымбур өлкәһен беркеттеләр. Ҡоролтайҙан һуң барып, район һабантуйына саҡырып ҡайттыҡ. Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғас, өлкә ҡоролтайының ойоштороу йыйынын уҙғарыуҙа булышлыҡ итеүҙе лә үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ.
Башҡортостанда бындай донъя күләмендә форум үткәреү тәжрибәһе юҡ тип әйтерлек ине. Шуға күрә, уның нисек уҙырын бер кем дә күҙ алдына килтермәне. Ер шарының төрлө еренән килгән милләттәштәребеҙ халҡыбыҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне.
Беренсе ҡоролтай шуныһы менән әһәмиәтле ине: уның эшендә ҡатнашҡан сит ил вәкилдәренең күбеһе Башҡортостанда тыуыу ғына түгел, ә тарихи Ватанына беренсе тапҡыр килгәйне. Кемдең ата-әсәһе, икенселәренең олатай-өләсәһе - был төбәктән. Ҡытайҙа тыуып-үҫкән бер милләттәшебеҙҙе ҡытай акценты менән башҡортса һөйләшеп маташҡанын ишетергә тура килде. Ил етәкселегенән вәкил булып Федерация Советы Рәйесе Владимир Шумейконың килеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй торғандыр. Форум эшендә күрше өлкә хакимиәттәре Башлыҡтары сығыш яһауы ла мәртәбә өҫтәне. Германиянан килгән немец ғалимәһе Маргарет Эрсен-Раштың башҡортса телмәр тотоуы күптәрҙе уйланырға мәжбүр иткәндер.
Минең өсөн иң иҫтә ҡалғаны Америка тарихсыһы Алтон Стюарт Донелли менән осрашыу булды. Алыҫ илдә йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының башҡорт халҡы тарихын ентекле өйрәнеүе хайран итте. Ҡыпсаҡтарҙың үткәнен төплө белгән Морат Аджи менән аҙ аралашыуым өсөн аҙаҡ үкенеп бөтә алманым.
Һанай китһәң, иҫкә алырлыҡ ҡунаҡтар ҙа, ваҡиғалар ҙа етәрлек булды Беренсе ҡоролтайҙа. 31 майҙа көндөҙ “Аҡбуҙат” ипподромында булып үткән саралар ҙа, район-ҡала вәкилдәре йыйындары ла бөтә донъя форумының ни тиклем етди икәненә ишара ине. Киске аштан һуң бөтә делегаттар ҙа баш ҡаланың Ленин урамын баҫып алды кеүек. Ҡайҙа ҡараһаң да уйын-көлкө, танышыуҙар, аралашыуҙар. Әйтерһең дә, оҙаҡ күрешмәй торған ағай-эне йыйылған.
Тәүге көн пленар ултырышта урындағы етәкселәр форум эшенә йүнәлеш биреп сығыш яһаны, ситтән килгәндәр ҡоролтай эшенә теләктәшлек белдереп, уларҙың телмәрен ҡеүәтләне, сөнки милләтселек мөһөрө һуғыусылар ул осорҙа үҙ эшен теүәл башҡара ине.
Был йыйындың ыңғай бер күренештәренән тағы шуны билдәләп үтмәй булмай. Икенсе көндә ун секцияға йыйылдыҡ, делегаттар, көн тәртибен үҙе һайлап, секцияларға ла үҙаллы килде. Пленар ултырышта ҡысҡырып ултырыусылар булманы, сөнки теләгәндәрҙең һәр кеменә һүҙ бирелде, ҡарар ҡабул иткәндә фекерҙәре иҫәпкә алынды.
Бөгөн, 25 йыл уҙғас, ул көндәрҙе һағынып иҫкә алыу менән, ҡоролтай эшенә йомғаҡ яһарға мөмкин: Бөтә донъя ҡоролтайы башҡарма комитетына, урындағы ҡоролтайҙарға яңы көстәр килде. Яңы яҡшы тигәнде аңлатмай, әлбиттә. Ҡайһы берҙәре урындарҙа быға тиклем эшләп килгән милли хәрәкәт ойошмалар эшен дауам итте, икенселәре “өҫтән” күрһәтмә көттө. Ошо осорҙа телебеҙгә дәүләт статусы бирелде. Уны тормошҡа ашырыу юлдары, мөмкинселектәре тик үҙебеҙҙән тора. Райондарҙа башҡортса гәзиттәр асылды, республикала бер нисә телевидение каналы һәм башҡалар булдырылды. Беҙ бөгөн быларҙың бөтәһен дә еңел генә, көндәлек ваҡиға кеүек ҡабул итәбеҙ. Ә бит уның артында бына ошо ҡоролтайҙы йыйыуға килтергән, уның программаһын булдырған, көндәлек эшенә йүнәлеш биргән милли ойошмаларҙың ныҡышмалы тырышлығы, беренсе бөтә милләт форумында нигеҙ һалынған йүнәлештәре ята. Унан һуң уҙғарылған икенсе һәм башҡа ҡоролтайҙар беренсеһе ваҡытлы ойошторолоуы һәм унда ҡаралған мәсьәләләрҙең һәм ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың дөрөҫлөгө хаҡында асыҡ һөйләй.
Читайте нас: