Конгэк
-5 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
11 Июнь 2020, 13:50
Таҫмалар һәм битлектәр таратылды.
Рәсәй көнө айҡанлы райондың йәштәр эштәре секторы «Яңы быуын» ирекмәндәр ойошмаһы менән берлектә халыҡҡа триколор, йәғни өс төҫлө таҫмалар таратты.
Рәсәй көнө айҡанлы райондың йәштәр эштәре секторы «Яңы быуын» ирекмәндәр ойошмаһы менән берлектә халыҡҡа триколор, йәғни өс төҫлө таҫмалар таратты. Был сара бигерәк тә йәштәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, ул киләсәк быуында илһөйәрлек тойғоһон үҫтерә, илебеҙ тарихына ҡыҙыҡһыныу уята.
Ошо уҡ көндә битлектәр ҙә таратылды. Коронавирус инфекцияһына бәйле ҡатмарлы осорға йомшартыуҙар индерелеп, ҡайһы бер сикләүҙәр алыныу менән халыҡ урамға, ял итеү урындарына ашыҡты. Әммә дөйөм һаҡланыу сараларын берәү ҙә инҡар итергә тейеш түгел, һәр кем үҙ һаулығы хаҡында хәстәрлек күрергә бурыслы. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, «Ярҙамға - битлек” акцияһы сиктәрендә халыҡҡа бушлай битлек таратыу ойошторолдо. Халыҡ күпләп йөрөгән ял итеү урындарында, ҡаланың «Дан», Гагарин исемендәге парктарында барлығы 500-ҙән ашыу бушлай битлек таратылды. Үҙ теләге менән ирекмәндәр сафына баҫҡан йәштәр аңлатмалар ҙа бирҙе. Битлек кейеүҙе граждандар аңлап ҡабул итә, шуға күрә лә уларҙың һәр ҡайһыһы һаҡланыу сараһын алып ҡалырға ашыҡты. Был сара киләсәктә лә дауам итәсәк.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит